Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Октябрь 2023, 15:59

Уҡытыусы абруйын күтәреүгә өлөш индерер

Ул үҙ сығышында уҡытыусы эшенең мәктәп менән генә сикләнмәүен әйтте.

Уҡытыусы абруйын күтәреүгә өлөш индерерУҡытыусы абруйын күтәреүгә өлөш индерер
Уҡытыусы абруйын күтәреүгә өлөш индерер

Өфөлә “Иң яҡшы педагогтар династияһы” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Илдәге Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҙғарылған, 700-ҙән ашыу ғаиләне йәлеп иткән сара М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте.

Быйыл конкурсҡа илебеҙҙең 78 төбәгенән 633 заявка килгән. Ошо ғаиләләрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһен, хеҙмәт данын тотош Рәсәйгә таратыу мөһим, ти ойоштороусылар. Был конкурс - йәмғиәттә уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүҙә тағы бер ҙур аҙым.

Конкурсҡа йомғаҡ яһау сараһында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡатнашты. Ул үҙ сығышында уҡытыусы эшенең мәктәп менән генә сикләнмәүен әйтте. Уҡытыусылар ғаиләһендә, династияла балалар ата-әсәһенең хеҙмәтен күреп үҫә һәм күп осраҡта улар ошо уҡ юлды һайлай, тине депутат. Был йәмғиәттә матур күренеш булып ҡала. “Дәүләт Думаһында бөгөн Уҡытыусы исемен, уның абруйын закон менән нығытыу тураһында фекерҙәр туплана, уҡытыусы һүҙе – закон булырға тейеш тигән хәҡиҡәтте күтәрергә кәрәк”, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ағымдағы йыл Фән һәм мәғрифәт йылы тип иғлан ителеп, ошо йәһәттән комплекслы эш алып барыла.

Әлеге конкурстың абсолют еңеүсеһе тип Псков өлкәһенән Любавин-Страшновтар династияһы танылды. Уларҙың дөйөм хеҙмәт стажы 565 йыл тәшкил итә. Башҡортостандан 105 йыллыҡ мөғәллимлек стажы булған Хисмәтуллин-Булатасовтар “Киләсәк нигеҙе” номинацияһында 2-се урын яуланы.

Р. Мансуров.
Фотолар: М. Аҡмулла исемендәге БДПУ.

Автор:
Читайте нас