Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Октябрь 2023, 15:29

Йөрәк ярып сыҡҡан бала Хикәйә Зөлфирә ТАҺИРОВА (1)

Ярар, эйе, еткән ҡыҙ бала, яратырға, яратылырға ла тейеш, кейәүгә лә сығыр, бәпестәр ҙә табыр.

Йөрәк ярып сыҡҡан бала  Хикәйә Зөлфирә ТАҺИРОВА (1)Йөрәк ярып сыҡҡан бала  Хикәйә Зөлфирә ТАҺИРОВА (1)
Йөрәк ярып сыҡҡан бала Хикәйә Зөлфирә ТАҺИРОВА (1)

Йөрәк ярып сыҡҡан бала Хикәйә Зөлфирә ТАҺИРОВА (1)

Зөлфиә Таһирова (1985) Йылайыр районы Һабыр ауылы ҡыҙы. БДУ-ны тамамлаған. Бөгөн Йомағужа урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләй.

 

Күҙенә тамсы ла йоҡо элмәй таң аттырҙы Файза. Ауыр кәүҙәһе тағы ла көс еткеһеҙ кеүек булып талғайны. Уның тороп ултырыуынан карауат ризаһыҙ ғына шығырланы. Янында сабый ише ирәмһеп йоҡлаған Миҙхәте уң яғына әйләнеп ятты. Ҡатын ҡыҫыҡ күҙен тағы ҡыҫа төшөп ирен байҡаны. Уянманы. Әллә ауыр уйҙарынан арына алмағанға, әллә йоҡоһо туймағанға, Файзаның башы тубалай ҡупҡан кеүек ине. Бер аяғына һылтыҡлап, үҙен-үҙе һөйрәп тигәндәй, инде һыуалып барған һыйырын тартҡыларға сыҡты.
Ире бигерәк тыныс холоҡло шул. Уның һәр кемгә асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл булыуы, сикә остарын уймаҡландырып ҡына аралашыуы ғашиҡ иттерҙе бит инде заманында. Миҙхәт тыныс тәбиғәтле, Файза, киреһенсә, утлы орсоҡ кеүек осоп-төшөп тора. Бер-береһен тулыландырып ҡына торған ике йәш йөрәк, күҙ ҡараштары менән генә аңлашҡан йәрҙәр, матур итеп тормош ҡороп йәшәп киттеләр. Ауыл ситенән бәләкәс кенә өй һатып алдылар. Эсле-тышлы төҙәттеләр. Йәш ҡатын бирнәгә тип әҙерләнгән селтәрҙәрен ағас карауат баштарына, йәтеш кенә итеп уйылған ике тәҙрәгә элде, имән өҫтәлгә япты. Ап-аҡ мендәрҙәр ҙә иң түрҙән ҡуҡырайып урын алды. Ишек төбөндәге мейесте аҡ балсыҡ менән һылап ҡуйғас, өй тағы ла яҡтырып киткәндәй тойолдо. Ҡорама буй юрғандарын, кейеҙҙән һуғылған түшәктәрен урындыҡҡа йәйҙе. Таҫтамалдарын, бер-ике күлдәген мөйөштәге урҙаға йәпләп кенә урынлаштырҙы. Бар байлыҡ шунан ғибәрәт ине. Иң һуңынан иҙәнде, ек-ярығын соҡоп, ҙур бысаҡ менән ҡырып йыуып сыҡты. Өйҙәренең эсе әкиәт донъяһы кеүек булып ҡалды: йыйнаҡ, бөхтә, үҙенә тартып ҡына тора.
Һәүетемсә генә донъя көткән булып йәшәп киткәндәренән ярайһы ғына ваҡыт аҡты. Бөтәһе лә ал да гөл генә барыр ине лә шул: ошо бәләкәс кенә дәүләттең йәме булып бәпестәр тыуманы. Йыл һайын тиерлек бала тапҡан ауыл бисәләре, яйы тура килгәндә, төрттөрөп ҡалырға тырышты. Май баҫҡан бөйөрҙәренә бер ҡулдары менән генә таяна ла ҡайҡая биреп, аяҡтарын кирә баҫып, ауыҙ ситен йәмшәйтә хихылдап: “Ҡәйнешкә үҙебеҙ малай табып бирмәһәк, – булмаҫ, ҡыҫыр килен ыжламай түгелме?” – тип йәш килендең дә, Миҙхәттең дә йәнен үртәнеләр. Уның араһында урам хәбәренең шауҡымына сорналған бейеме килеп:
– Улымдың бала һөйөр генә сағы, әллә ниткән анау ауыл осондағы Йәмиләне кире ҡаҡҡан булып... быға тиклем ултырыр ине балаға күмелеп, малайҙар йомшап! Мәхәппәт, тигән булышып, бер буш ҡыуыҡты алып, әрәм генә булды-ы-ы-ы, – тип яулыҡ сите менән күҙен ҡаплап, бер аҙ һиңкелдәп ултыра.
Миҙхәт илаған булып ҡыланған әсәһенә йылмайып ҡына ҡарай ҙа өндәшмәй. Ә килендең иһә ошо ҡарасҡыға оҡшап торған ҡаҡса-оҙон буйлы, бер аҙ алға эйелә биреп йөрөгән, биғәйни ҙә мәскәй әбейҙең бер туған һеңлеһенә йылмайыу түгел, ҡалҡынып ҡарағыһы ла килмәй. Сосмор танауындағы бармаҡ башындай миңенә, ташбыҡ йәшел күҙенә, ағас ботаҡтары кеүек тарбайып торған бармаҡтарына ҡарап, йә Хоҙай, оса торған һеперткеһе генә етмәй, тип уйлап ҡуя.
Улының, уҡытыусы Йәмиләне алмай, етем Файзаны өҫтөн күреүен кисерә алмаған Хәсби аһ-зарын түгеүен дауам итте:
– Тупылдатып һөйөр ейәндәр булмауы етмәгән, кеше шикелле сы-ы-ы-у булып ҡатышыр ҡоҙа-ҡоҙағыйым да юҡ бит, исмаһам! Етем быҙауҙы алып отто был Миҙхәт мине! Бер бөртөк улыңдың зар-интизар булып йәшәүен күреүҙән дә әсерәге бармы икән, уф, йөрәгем...
Атай-әсәйһеҙ үҫкән Файзаның яҡлар кешеһе лә юҡ, ауылдағы тел биҫтәләренең дә, сарғаланып йөрөгән бынау убырҙың да өнөн тығыр берәүһе булһасы?! Әсәһе Файзаны тапҡас өҙлөккән, тинеләр... Аҙаҡ атаһы эскегә һабышып, ҡайҙалыр шунда урам буйында туңып ятҡан. Ҡыҙ бала өләсәһе менән үҫте. Ун ете йәшен тултырғанда, уныһы ла һаулыҡҡа мандый алмай китеп барҙы. Үҙе иҫән сағында, ейәнсәренә тип инселәгән һандығын асып, ҡайҙа, нимә, кемгә, тип тәғәйенләнгәнен аңлатты:
– Хәлемдән килгәнсе әҙерләнем, Файза. Һине эйәле-башлы итә алмай китеп барһам, кәм-хур булмаһын, тип тырыштым. Ынйы-мәрйене ҡойолоп тормаһа ла, затлыһынан ғына ҡарап алып һалдым. Бара торған ерең рәнйетмәй, ҡаҡмай ғына ҡабул итһен инде. Үҙең дә ныҡ тырыш бул донъя көткәндә. Әсәй бәхетенән мәхрүм булдың, ҡәйнә арыу тура килһен, тип теләйем. – Был һөйләшеүҙән һуң өләсәй теүәл ике аҙна йәшәне...
Әрме хеҙмәтенән яңы ҡайтып йөрөгән Миҙхәт Файзаны бер күреүҙән яратты. Күп тә үтмәй өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Инде донъяһы түңәрәкләнде тигәндә, ауырға уҙа алмауы теңкәне ҡорота. Тағы күпме һынауҙар аша үтергә мөмкин, әллә ҡайғы-хәсрәтте яҙырға Файзаның ҡаҡ маңлайынан башҡа маңлай булманымы икән был Хоҙайға?!
Осоп-төшөп торған Файза күҙгә күренеп шиңде, бер кем менән дә ҡатышҡыһы килмәне, ҡунаҡҡа ла йөрөмәне, үҙен күрә алмаҫлыҡ сиккә етеп йомолдо. Таңда ла, төндә лә, ямғыр яуһа ла, буранда ла күккә ҡарап үкереп-үкереп иланы, ялбарып бала бәхете һораны:
– Йә, Аллам, әллә минән башҡа һынай торған кешең бөтөп ҡалдымы? Етемлекте өйөп бирҙең – түҙҙем, утығып та өлгөрмәнем, өләсәйемде алдың – сыҙаным, әсәйемдәй яҡшы булырҙай ҡәйнә һораным – ишетмәнең, инде бала бәхетенән дә мәхрүм итәһеңме, инде Миҙхәтем дә китһенме мин буш ҡыуыҡтан? Ниндәй юйылмаҫ гонаһ өсөн яфалайһың мине? Кемдең ғәйебе өсөн мин яуап тотам? Бәпес бирмәҫ булһаң – йәнемде ал, бындай йәшәүҙең кәрәге юҡ, йәшәүемдең мәғәнәһе ю-ю-ю-ҡ!!!
– Тор инде, аҡыллым, әйҙә инәйек, өшөп кенә бөткәнһең, тор, матурым!
Өшөп-туңып, илай торғас, шешенеп, һыуыҡ ерҙә тубыҡланып торған ҡатынын Миҙхәт әллә нисә тапҡыр сығып алды. Бер рәнйетмәне, кеше һүҙенә төшмәне, балаң юҡ, тип битен йыртманы, ниндәйҙер мөғжизә булырын белгән кеүек үҙен тыныс тотто.
Ә мөғжизә булды ла. Ниһайәт, Файзаның да йөрәге аҫтында йән барлыҡҡа килде. Яңылыҡтан ҡатындың башы әйләнде, күҙ алдары ҡараңғыланып китте, ышанырға ҡурҡып, өнһөҙ ҡалды. Был турала ире лә белгәс, шатлыҡтан икеһе лә күңелдәре булғансы иланылар, ҡосаҡтарынан айырыла алмай бер талай бәүелеп ултырҙылар. Миҙхәт бер туҡтауһыҙ кәләшенең күҙҙәренән, ирендәренән, керпектәренән, бит остарынан үпте, сәстәрен яратты, көслө ҡулдары менән үҙенә ҡыҫты. Шул килеш таң аттырҙылар. Эйе, алһыуланып ҡалҡҡан шәфәҡ нурҙарына мансылып уларҙың яңы тормошо тыуҙы.
Әле был сер тураһында бер кемгә лә әйтмәҫкә килештеләр. Күҙ тейер тип ҡурҡтылар. Ҡатыны менән буласаҡ балаһын наҙлы сәскәләй ҡурсаланы Миҙхәт. Ҡулына бер эш тейгеҙмәне, йорт буйынса барлыҡ ваҡ-төйәкте лә йүгереп йөрөп үҙе башҡарҙы. Быға тиклем эшһеҙ сыҙамаған Файза ла бәпес хаҡына һаҡланырға булды. Ана, өндәшмәй генә йөрөгән ире нисек ҡабул итте атай буласағын, тимәк, ул да көйгән, ул да көткән. Йәнә йәше лә үтеп бара бит ҡатындың. Ошо баланы юғалта ҡалһа, тәүбә-тәүбә, бер ҡасан да үҙен ғәфү итмәйәсәк.
Таң ата ла кис була, тигәндәй, көн артынан көн үтеп кенә тора. Хәсби ҡарсыҡ бер бөртөк улы Миҙхәттең донъяһын барып урауҙы, ишек алдында темеҫкенеп бер аҙ йөрөп алыуҙы, юҡ ерҙән етешһеҙлек табып килендең тетмәһен тетеүҙе төп шөғөлдәренең береһе итеп алды. Өйгә йөҙө емерелеп, һөмһөрө ҡойолоп килеп инә. Май ҡояшылай балҡып, бер нимә булмағандай, йылмайып ҡаршы алған киленен күрһә, ҡорт саҡҡандай тоҡанып китә:
– Донъяһы түңәрәк был байбисәнең! Өйҙә ятып маҙрайып, ап-аҡ булып һимереп киткән, ҡоролоҡ йылында шашып уңған шалҡанмы ни?! Миҙхәт йөрөй, ана, энә ашаған эткә оҡшап йонсоп, атлағанда башы ергә етә яҙып бәүелеп бара, балта һабындай ғына үңәсе элмәйеп. Баламдың сыҡмаған йәне генә тороп ҡалған, әҙәмдән оят!
Сәй артында ла ҡаш аҫтынан ғына ҡарап, тешһеҙ ауыҙын мөйтәңләтеп рәхәтләнеп ашап ултырһа ла, әллә күпме ыуын сәсеп өлгөрә. Бер һүҙ әйтмәй түҙә килен, йөрәк түрендә йөрөткәне хаҡына түҙә, уға әйтеү юҡ, хәҙер һеперткеһенә атланып алып бер тынала ауылды урап сығасаҡ.
Күпме генә йәшермәһендәр, бер килгәнендә эштең айышына төшөндө ҡарсыҡ.
– Сепрәк яһаны улымдан, ир йораты, ки-и-и-т, беҙ ҙә бала таптыҡ, улайтып билебеҙгә шәл урап, арт һыныбыҙға көсөбөҙ етмәй ултырманыҡ, ыстырам, сит кеше күреп ҡалмаһын, ир башың менән бисәләр эшен эшләп йөрөйһөң, иҙән йыуһын, тип үҫтерҙемме мин һине, бисәһөрәт, эййй, – тип илаған кеше булып тағы яулыҡ осона йәбеште. Был юлы сыҙаманы Миҙхәт:
– Әсәй, килһәң, матур итеп кил, изге теләктәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән кил. Буласаҡ баламдың именлегенә һәм ҡатынымдың һаулығына беҙҙең өйҙә тыныслыҡ кәрәк.
Файза, иренең тәү тапҡыр уны яҡлап һүҙ ҡатыуынан, баҫып торған булһа ултыра төшөр ине, биллаһи. Асҡан ауыҙын яба алмай, бер Миҙхәткә, бер бейеменә ҡараны. Бөттө, китте – хәҙер яр аҫтынан яу сығасаҡ!
Шомбай ғына улының уға төбәп әйткән һүҙҙәренә ҡапыл ҡара төшөнә алмай ултырған Хәсбиямал, айнып киткәндәй:
– Ә-ә-ә, шулай икән дә, берәүҙәргә тыныслыҡ кәрәк булған икән! Ҡуян бала тапҡан – ҡуйыр урын тапмаған! Ярар, бының был яғына ике аяғымдың береһен баҫмам, тыныслыҡ боҙоп йөрөмәм. Бына, шулай була ул, артын үбеп үҫтергән балаңдың рәхмәте, буҡтан тапҡан мунсағын әсәһенән артыҡ күреп ултыра, кешенән оят, – тип сыулап илап сығып китте. Урамда осраған һәр кемгә:
– Миҙхәт ҡыуып сығарҙы, ялбыр башы, нәкәнис, бала табырға булған. Шуныһына һүҙ тейгеҙмәй, мине рәнйетеп әрләп сығарҙы, – тип шемәреп, сурытып йөрөнө.
Бәғзеләре тел сартлатып ҡушылып “ҡайғырҙы”, кемдер Хәсбиҙең холҡон белгәс, артыҡ иғтибар биреп торманы. Бынан ары улының донъяһына ҡарай бик байтаҡҡа юлы өҙөлдө.

х х х

Йәмле йәйҙе тағы ла күркәмләндереп, ике сикәһе алһыуланып, ирендәре нөктәләй, танауҡайы төймәләй, күҙҙәре ынйы бөртөгөләй ҡыҙ бала донъяға килде. Миҙхәт ҡыҙына Зөһрә исемен һайланы, Файза, әлбиттә, ҡуш ҡуллап риза булды. Башҡа балаға уҙа алмаҫын белгәс, йәш ата-әсә ҡыҙҙарын иркәләтеп кенә үҫтерҙеләр, өрмәгән ергә ултыртманылар. Шулай ҙа Зөһрә наҙланып йөрөмәне: эшкә талымһыҙ, шаян, көләкәс ҡыҙсыҡ булып үҫеп етте, уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәне, бейеүгә оҫта, йырға маһир, бөтә сараның уртаһында ҡайнап йәшәне, бәйләмдә лә, тегеүҙә лә, бешеренеү тигәндә лә уға етеүсе булманы. Йүгереп ҡайтып инә лә, әсәһенең ике сикәһен супылдатып үбеп, атаһын барып ҡосаҡлап, сыңғырлатып көлә-көлә хәбәрен ҡоя ла, яҙа-йоҙа ҡапҡылап, осоп сығып та китер ине. Ҡыҙҙарының аҡыллы ла, уңған да булыуына һоҡланып туя алманылар. Һомғол буйы атаһынан килһә, һылыулығы – әсәһенән.
Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Зөһрә күрше ҡалаға тегенселәр курсына уҡырға инде. Миҙхәт, әлбиттә, уны баш ҡалаға алып барып, юғары уҡыу йортонда уҡытырға, киләсәктә ҡыҙын уҡытыусы итеп күрергә хыялланған ине. Әммә ҡыҙыҡай үҙе баш тартты:
– Алыҫ ара, һағынам, һеҙҙең янда ғына булғым килә, аҙна һайын, тиерлек, ҡайтып йөрөрмөн, үҙегеҙ ҙә килерһегеҙ, – тип өгөтләп күндерҙе атаһын. Йәнә Файза ла:
– Ҡыҙ баланың сығып китеүе ошо инде, уны нишләп ер аяғы ер башына ебәрер китеп ултыраһың, йөрөһөн күҙ алдында ғына, – тип илауланы.
Ярар, ысынлап та, сит яҡ, ҙур ерҙә берәй яуызы рәнйетеп ҡуйыр ҡыҙын, алдап китер, әҙәмдең кеме юҡ. Баймаҡта бер туған һеңлеһе лә йәшәй, ял көндәре шунда барып йөрөр, мунса төшөр. Күнде Миҙхәт. Шулай итеп, Зөһрә студент булып китте.
Ятаҡ тормошонда ла әүҙемлеген юғалтманы, бөтәһе менән дә уртаҡ тел тиҙ тапты. Төрлө саралар, ярыштар, конкурстар үткәреп, йәштәрҙең күңелен күреп, тәрбиәселәрҙең уң ҡулына әүерелде. Күҙ һалған егеттәр ҙә булманы түгел, әммә уның саялығынан ҡурҡып, һис кем һөйөү белдерергә ҡыйманы. Ситтән генә яраттылар. Зөһрә, ысынлап та, бер кемгә лә иғтибар итмәне. Бөтә нәмә уның өсөн шаярыу ғына булды. Ял көндәрендә атаһының бер туған һеңлеһе Зәлифәләргә барып, мунса төшөп, ҡоймаҡ менән һыйланып, сутырлап хәбәрен һөйләп, апаһы-еҙнәһен көлдөрөп, ҡустылары менән шаярып ҡайтып китә.
Аҙаҡҡы барғанында еҙнәһенең ниҙер әйтергә теләгәндәй күҙен алмай текләшеүен оҡшатманы. Апаһы һиҙеп ҡалмаһын, ояты ни тора, тип үрһәләнде. Күҙҙәре янып, ҡаштары ҡыйғасланып торған, бөҙрә сәсле еҙнәһенән былай ҙа уңайһыҙлана биреп ҡуя ине Зөһрә. Ошо хәлдән һуң бер ни тиклем ваҡыт уларға барырға ҡыймай йөрөнө. Сираттағы оҙон ялда ауылға ҡайта алмағас, ирекһеҙҙән тағы туғандарына табан юҫыҡланды. Тәғәйен йортҡа килеп ингәндә, аш-һыуға оҫта апайы, ғәҙәттәгесә, матур итеп өҫтәл әҙерләгән. Һеңлеһен күреп ҡалып, нәфис бармаҡлы, йәтеш кенә ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә ҡаршы сыҡты:
– И-и-и, туғанҡайым, килмәй оҙаҡлап киттең, еҙнәң, балалар менән ял һайын көттөк. Әллә үпкәләнеңме?
– Юҡсы, апай, ваҡыт булмай китте, дәрестәр күп бирәләр, көнө-төнө әҙерләнәбеҙ.
– Ярай, улайһа. Фәрхәт ҡәйнеш мунсаға китте, хәҙер сыҡһа, һин барырһың. Бында эшкә килгәйне, арыуыҡ була инде. Әлегә беҙҙә туҡталды.
– Улай икән, – тигән булды ла Зөһрә, ҡустылары янына инеп тә китте.
Киске аш янына барыһы ла йыйылды. Апаһына табын йәйешеп, аш таратышып бөткәс, Зөһрә лә өҫтәл артына ҡунаҡланы. Ҡоҙа тейешле егетте абайлағас, уның йөрәге урынынан шылғандай тойолдо, тамағына төйөр килеп тығылды. Бындай тойғо унда бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Был ни һуң? Ашы аш булманы, шаярып-көлөү түгел, ҡалҡып та ҡарай алманы. Үткер ҡараш, муйылдай ҡап-ҡара күҙҙәр, ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйылып киткән ҡаштар, тулҡынланып торған сәстәр, футболкаһын йыртып сығырҙай мыҡты кәүҙә – барыһы ла бер минутта әсир итте. Ғашиҡ булыу ошомо икән, тип үҙ уйынан үҙе уңайһыҙланып китте ҡыҙыҡай.
Өс көнлөк ял һиҙелмәй генә үтеп китте. Фәрхәт менән яҡындан аралашып, танышып та алғайнылар. Еҙнәһе лә инде ҡәнәғәт йөрөнө. Улай үтһә лә, былай үтһә лә йәштәрҙе шаяртып алды:
– Балдыҙ, ҡустым менән теге саҡта уҡ таныштырам, тип уйлағайным, үҙең ҡасып килмәнең дә ҡуйҙың, – тип көлдө.
Фәрхәт уны ятаҡҡа тиклем оҙатып килде, улар үҙ-ара вата-емерә рус телендә аралашты. Артабан инде көн һайын тиерлек осраштылар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, хыялдар ҙа, уйҙар ҙа уртаҡ булды. Зөһрә тырышып уҡыны, тиҙ генә барлыҡ эштәрен тамамлап, биҙәнеп-төҙәнеп, киске осрашыуға йыйынды. Елпенеп йөрөп имтихандарға әҙерләнде. Ауылға ҡайтырға форсат сыҡҡас, егет уның менән вокзалға тиклем барҙы. Ябалаҡлап яуған ҡар аҫтында улар һүҙһеҙ генә аралашты, күҙҙәр – күҙҙәрҙә, ҡулдар – ҡулдарҙа. Ҡапыл Фәрхәт һылыуҡайҙы биленән ҡосаҡлап үҙенә тартты, һығып ҡосаҡланы, сәстәрен яратты, эҫе тыны аша һөйөүен белдергән матур һүҙҙәр һөйләне, ҡолаҡ остарынан үпте. Мөхәббәт һүҙҙәренән, әллә татлы ирендәрҙән Зөһрәнең башы әйләнде, йөрәге ярһып типте. Сит ҡараштарҙы ла һиҙмәне улар, әйтерһең, был минуттарҙа Ер шарында икәүҙән-икәү генә ине.
Автобус ҡуҙғалып, күҙҙән юғалғансы ҡарап тороп ҡалды Фәрхәт. Һөйөү утына сорналып, хистәргә бирелеп, Зөһрә район үҙәгенә килеп еткәнен һиҙмәне лә. Ауыл яғына йүнәлгәндә лә бер кемде лә күрмәне, үҙ алдына йылмайып, үрһәләнеп ҡайтты. Әсәһе менән атаһын да шул тиклем итеп һағынғайны. Уҡыу йорто, ятаҡ тормошо, яңы дуҫтары тураһында һөйләп һүҙе бөтмәне. Үҙенең яңы кисерештәре менән дә уртаҡлашҡыһы килде, әсәһенә генә серен асырға уҡталды, әммә оялды. Осоп-ҡунып йөрөнө, йә әсәһен, йә атаһын барып һығып-һығып ҡосаҡлар булды. Миҙхәт менән Файза ҡыҙҙарына ҡарап туйманы. Уның шулай йөрәкһеп йөрөүен һағыныуына һылтанылар. Шулай ҙа киске уйынға ла сыҡмағас, әхирәттәре менән дә күрешмәҫ булғас, Файза бер аҙ аптырауға төштө. Нимә-нимә, дуҫтары менән осрашмау, ул бөтөнләй Зөһрәсә түгел ине. Әсә йөрәге, ниҙер һиҙенгәндәй, тулап-тулап алды. Һорарға ҡыйманы. Еткән ҡыҙ бит инде, һаман итәк аҫтында тотоп буламы, яҡшы уйлы ғына егет булһын инде, тип теләне. Тынысланырға тырышһа ла, Файза күңеленә урын тапманы. Тигенгә түгел был. Гел көлөп кенә торған бер ҡатлы ғына ҡыҙының иләҫләнеп, үҙ алдына йылмайып йөрөгәнен әллә ни оҡшатып та етмәне. Өйҙә ике көн дә тормай, ашыҡ-бошоҡ йыйынып кире сығып китеүен дә Файза аңламаны. Уйҙарын иренә еткерҙе, уныһы артыҡ иғтибар бирмәгәс, тағы янып китте:
– Нисек шулай вайымһыҙ булып була ул, моңһоҙ! Күренеп тора бит ғашиҡ булып ҡайтып, осоноп йөрөп ята, әйткәнде лә ишетмәй, ишетһә лә аңламай. Алданып ҡуймаһын, тип ҡурҡам, берәй бәғерһеҙе алдап китеп бармаһын! Күңел яраһы бит бөтәшмәй. Юҡ-юҡ, һиңә булды ни ҙә, булманы ни!
– Ҡуйсы әле, бала ғына бит әле ул, ниндәй ғишыҡ уты ти, сурытырға тиһәң, һине ҡуш... – Миҙхәт, ғәҙәттәгесә, күҙҙәрен генә көлдөрөп яуап бирҙе.
– Эйе, бына быныһы сәпсим аңра инде, ниндәй бала, еткән ҡыҙ бит инде ул. Уҡыуына өс ай яңы тулды, какуй уға мөхәббәт, ти ул? Ауылдан сыҡмаған бер ҡатлы баланы алдаштырып ташлап китеүе нимә ул?
Миҙхәт өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Йә бигерәк ярһып китер, бисәкәйенең ғәҙәтен ятлап бөткән. Һүҙҙәре берекмәне. Көнө буйы арып йөрөгән ғаилә башлығы башы яҫтыҡҡа терәлеү менән үк ойоп китте, ә Файҙа, уйҙарының осона сыға алмай, ары тулғанып, бире әйләнеп таң аттырҙы. Уның йомро кәүҙәһенең килбәтһеҙ итеп әйләнгеләп ятыуынан карауат та, тамам ялҡҡан кеүек, ыңғырашты. Мискәләй тәгәрләп көскә тороп ултырҙы. Мейескә терәлеп торған артлы ултырғысҡа эленгән күлдәген ынтылып алды, яҙа-йоҙа сәсен һыпырғылап, башына яулығын япты. Эйелеп-бөгөлөп ойоғоноң бер үксәһен, бер осон тартҡылап, саҡ рәтләп кейеп алды. Ауа-түнә тышҡа килеп сыҡҡанда, яҡшылап яҡтырмаған да ине. Ойоп ҡына торған һарай ишегенә тиклем, хужабикәнең ғәҙәттәгенән иртә килеп инеүенә үпкәләгәндәй, асыулы сыйылданы. Инде һыуалам тип торған Бөйрәкәй ҙә ауыр уфтанып килеп торҙо, уның сөрөшөп кенә бөткән еленен тартҡылағанда ла Файза тик Зөһрәһе хаҡында борсолдо. Яҙа-йоҙа ситтә йөрөйөм, тип, кеше шул тиклем үҙгәрә аламы икән? Ярар, эйе, еткән ҡыҙ бала, яратырға, яратылырға ла тейеш, кейәүгә лә сығыр, бәпестәр ҙә табыр. Артыҡ ҡайғырырға урын да юҡ һымаҡ, тик нишләптер йөрәк тигәнең урынында түгел. Нишләп ул тиклем тынысһыҙлана икән? Әллә күҙ ҡараһылай һаҡлаған ҡыҙын ҡыҙғаныуымы?

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас