+21 °С
Болотло


Бишбүләк районында 57 йәшлек ир бер тәүлектән ашыу урманда булған, ул 13 октябрҙә иртән Седякбаш ауылынан һыйыр көтөргә киткән һәм юғалған. Бөгөн, 14 октябрҙә, иртән уның юғалыуы тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итте.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, эҙләүгә Туймазынан ҡотҡарыусылар юлланған. Төшкө ҡарай ҡотҡарыусылар, ауыл биләмәһе башлығы һәм полиция менән берлектә юғалған көтөүсене тапҡандар. Ул урманда аҙашып ҡалған булған.
Көтөүсенең ныҡ һыуыҡ үткәреүе асыҡлана. Зыян күреүсегә тәүге ярҙам күрһәткәндәр һәм ашығыс ярҙам медиктарына тапшырғандар.