

Ирле-ҡатынлы Альбина Фәнил ҡыҙы һәм Александр Владимирович Корниловтар 10 бала - биш ул һәм биш ҡыҙ тәрбиәләй.
Өлкән ҡыҙы Рената консерваторияла уҡый, тип һөйләне республика Башлығы. Ян, Давид, София, Рина, Станислав, Елисей мәктәптә уҡый. Бәләкәйҙәр - Радмир, Добрыня һәм Илья - балалар баҡсаһына йөрөй.
2015 йылда Альбина Фәнил ҡыҙына «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды, ә күптән түгел Рәсәй президенты Владимир Путин ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балаларҙы тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн уға «Герой-әсә» исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
«Был - Башҡортостанда ошондай юғары награда менән билдәләнгән өсөнсө күп балалы ҡатын-ҡыҙ», - тине Радий Хәбиров.
Фото: Корниловтар архивынан.