

Йөрәк ярып сыҡҡан бала Хикәйә Зөлфирә ТАҺИРОВА
(2)
Ул арала, мал бағырға тип, башына йәлпәшеп кенә бөткән кәпәсен кейеп, өҫтөнә инде сепрәге туҙып, мамығы һәлберәй башлаған фуфайкаһын һалып, аяғына сүсинкәһен тағып, оҙон-оҙон аҙымлап Миҙхәте лә сыҡты. Хуш еҫле кәбәнде боҙоп, иң тәүҙә бөтә эшен эшләүҙә ярҙамсыһы Йондоҙҙо ҡыуандырҙы, унан һәүкәшенә өлөш һалды, артабан инде бер-береһен уҙып баҡырыусы һарыҡтарға сират етте. Һуңынан, кетәк яғына үтеп, тауыҡтарҙы асып байҡаны ла ем һипте. Тыныс ҡына йөрөргә тырышһа ла, ғаилә башлығы ла ҡыҙын уйланы. Иртәнге сәйгә ултырғас, ауыҙы бүлтәйеп, түгелергә генә ултырған ҡатынына башлап һүҙ ҡатты:
– Йә булмаһа, барып күреп ҡайт һуң, Зөһрәнең уҡыған, йәшәгән ерен, бер аҙ һауа алмаштырып, кеше байҡап, тигән кеүек, әллә ул тиклем хафаланырлыҡ та түгелдер...
– Шулай тип уйлайһыңмы, бер үҙем ул ҡалала йөрөй белһәм ярар ҙа ул?! Файза һыуына биреп ҡалған сәйен шөрпөлдәтеп йотоп ҡуйҙы ла иренә текәлде.
– Йөрөрһөң, һин бит атаҡлы Хәсбиямал килене, уның кеүек әрһеҙ, хәҙер бейемеңдән арттырмаһаң, бер ҙә кәметмәйһең, шикелле. Язык – Москва найдет, – тип кеткелдәне ире. Ҡатыны урам буйлап йөрөүен йөрөмәй, әммә яһиллығы, үткенлеге, ҡыҙыулығы хәс тә Хәсбиямал...
Ҡапыл ғына бешеренеп, күстәнәстәр һалып алып, төйөнсөктәрен йүнләне лә, һыйырын күрше Рәүфәгә йөкмәтеп, Файза юлға сығып та китте. Ҡунаҡҡа ғына ябына торған, күпереп ҡалҡҡан дебет шәлен, писец яғалы бәлтәһен, йөн итеген кейеп алды. Ҡалаға килеп еткәндә, көн кискелеккә ауышҡайны. Кеҫәһенән йомарланып бөткән ҡағыҙ киҫәген соҡоп сығарҙы. Ире ыҡсым ғына итеп яҙып биргән бит әле әҙрисләрен. Беренсе итеп Зәлифәнеке яҙылған булғас, тәүҙә шунда барырға ҡарар итте. Белекле шул Миҙхәте: был ярһыу бисә тура Зөһрәгә барып, баланың күңелен ҡалдырырлыҡ төпсөнөп, әллә ниндәй һүҙ һөйләп ташлар, тигәндер, тәүҙә бикәсенә инеп һыуынып алһын, ти инде. Ҡатын ирен яттан ғына яратып ҡуйҙы...
Ҡотло ғына итеп йәшәп ята икән бикәсе. Зәлифә ысын ҡала ҡатыны булған да ҡуйған. Зауыҡлы ғына кейенеп алған, сәстәрен буятҡан, ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡтырған, тырнаҡтары ла осло, ҡыҙыл төҫтән. Өйөнөң эсендә шипылдата баҫып тәпешкә кейеп йөрөп ятыуы бигерәк мәрәкә тойолдо. Ауылдарында бер кем дә улай ҡыланмай, түрбаш тирәһендә ни ҡалыныраҡ итеп ямалған ойоҡ кейә лә ҡуяһың. Бикәсенең балалары ла өндәшмәҫ кенә, хатта һаулыҡ та һорашманылар шикелле, әллә ишетмәнеләрме? Кейәүе лә тыйнаҡ. Ирендәрен ослайтып ҡына хәбәр һөйләгән бикәсен тыңлап ултырғанда Файза арыуыҡ нәмәне байҡап өлгөрҙө. Былай ихлас ҡыналар, өҫкә ауып киләләр, ят-ят ризыҡтар әҙерләп, ҡоҙағый кеүек итеп ҡунаҡ иттеләр. Файза улай-былай итеп Зәлифәнең ҡылын тартҡылап ҡараны, йәнәһе, әллә ул беләлер Зөһрәнең хәл-әхүәлен. Бик маҡтап телгә алдылар уның ҡыҙын: ял һайын килеп тора, ярҙамлаша, балаларҙы ла ҡараша икән. Быларҙың һүҙенән әллә ниндәй йөй таба алманы. Ҡыҙының уҡыу йортон, йәшәгән урынын күреп, күңеле тынысланып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы...
х х х
Еңгәһе сығып киткәс, Зәлифә ултырған еренән уҡ шикелле атылып торҙо ла ошо арала барып Зөһрәне һөйләшергә кәрәк булырын кәңәш итте иренә:
– Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк! Айышына төшөнөп ҡалырҙар, йә кеше һүҙе барып етер, баштарын бутарҙар. Зөһрәнең аяҡ-ҡулын ергә тейгеҙмәй алып ҡайтып китерҙәр. Еңгәй бит яһил, ни тиһәң дә, Хәсби килене, – тип сутырланы.
Ире ҡатынының һүҙҙәре хаҡ икәнлеген төшөндө. Кисектермәй генә, хатта ошо йомала Фәрхәтте, тағы төҙөлөштә эшләп йөрөгән оло бер иптәшен алып, кәләш һөйләшеп ҡайтырға ниәтләне. Был турала Зөһрә белгәс, бер аҙ баҙап ҡалды. Әммә апаһы ауыҙын асып һүҙ әйтергә лә форсат бирмәне, артабан хәлдәр нисек буласағын күҙаллап:
– Һине еңгәм боролдатып ауылға алып ҡайтып китәсәк, Фәрхәткә танауыңды ла күрһәтмәйәсәк. Бына мин әйтте тиерһең, иларһың, һуң булыр. Апайым әйткәйне бит әле, тип ер тырнап йөрөрһөң. Ул саҡта мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алмаясаҡмын. Аламалыҡҡа әйтмәйем бит, Һеҙҙе уйлайым – шул ғына. Ярар, биғәйбә, үҙең беләһең, – тип ебәргән булды.
Риза булды Зөһрә. Һөйләшергә барғандарында үҙе лә ҡуша ҡайтырға ҡарар итте. Бер түгел өс ят ир килеп инһә, әсәһенең сәсе үрә торор, ҡыуып сығарырға ла күп һорап тормаҫ. Нимә булһа ла булыр, әммә Фәрхәтһеҙ йәшәй алмай ул...
Автобус ауылға киске һигеҙҙәр тирәһендә генә ҡайтып төштө. Ҡапҡа алдына килеп еткәс, Зөһрә туҡтап ҡалды. Өйгә инергә әллә уңайһыҙландымы, әллә ҡурҡтымы шул, нишләптер ҡалтырап төштө. Уны абайлаған еҙнәһе эре-эре аҙымдар менән ихатаға үтте лә ишекте үҙе башлап шаҡыны.
– Үтегеҙ, кем бар унда? – Файзаның сағыу тауышы ишетелде.
Әсәһен ишеткәс, Зөһрәнең йөрәге ана-бына осоп сығыр һымаҡ тойолдо. Тамағы кипте, тыны ҡыҫылды.
– Беҙ йөрөп ятабыҙ әле кисләтеп кенә, – тип көлгән булды еҙнәһе.
– Түрҙән, түрҙән, кейәү, әйҙәгеҙ, Зәлифә, балалар бармы, әйҙә, – тип өтәләнде хужабикә. Миҙхәт, туҙып, ялбырай төшкән көртөйөн ҡапланып, йәһәтләп тышҡа уҡ килеп сыҡты. Бер ишек алды булып торған ҡунаҡтарҙы күргәс, ғаилә башлығы ла албырғап ҡалды, сәбәбен аңлағандай, эс тартып ҡуйҙы, шулай ҙа беҙҙең халыҡҡа хас ихласлыҡ һәм тыйнаҡлыҡ менән өйгә әйҙүкләне. Ноябрь һалҡынын эйәртеп килеп ингән ят-ят кешеләр араһында Зөһрәне күргәс, Файза һүҙһеҙ ҡалды.
– Уйланыуым бушҡа түгел, йөрәгем тыныслыҡ таба алманы, йоҡом йоҡо булманы, – тип илаулап һүҙ башланы әсәй, ҡыҙы менән аулаҡ ҡалғас. – Әйттем атаңа ла, тигенгә түгел был бошоноуҙарым, тип, эх, балаҡайым, үзбәктән башҡа егет бөткәнме, үҙебеҙҙең милләт егете нимәгә ярамаған, эй, Аллам, бәпесем, харап булаһың, мәңге риза түгелмен, Зөһрә! Зәлифә менән кейәүҙең арттарына терәп ҡуйып тоҙ менән атһам да үсем ҡанмаҫ. Үҙе үзбәккә барғаны етмәгән, хәҙер минең баламды ҡоҙалаған, мәғәнәһеҙ. Теге ваҡыт ҡалай ихлас ҡыланып ултырған булды бит әле, тос йылан, ауыҙына төкөрәйем. Ҡара халыҡҡа, тип үҫтергән балам юҡ! Мин бит һине күктәрҙән ялбарып һорап алдым, аҡ биләүгә ураған һайын бәхет теләнем, йөрәккәйем, йә инде, нишләүең был?!
Зөһрә мөлдөрәп тулған күҙҙәрен йәшерҙе. Яратыуы тураһында әйтергә теле әйләнмәне – оялды, әсәһен һығып ҡосаҡлап йыуатҡыһы килде ҡурҡты. Үҙен шул тиклем ғәйепле тойҙо, әммә мөхәббәт тойғоһо көслөрәк икән.
Ирҙәр тыштан ингәс, күмәкләп һөйләшеү өсөн залға йыйылдылар. Һуңғы һүҙҙе Миҙхәт әйтергә тейеш ине. Уның ҡыҙының ҡулын һорап килгәндәр. Зөһрәгә кейәүгә сығырға иртәрәк, тип уйлай атай кеше. Әле ун һигеҙе саҡ тулды. Башлы-күҙле булырға мәле еткән булған хәлдә лә, үзбәккә түгел инде, сит милләт кешеләре менән ҡоҙалашып ултырыры ике ятып бер төшөнә ингәне юҡ, ер аяғы, ер башында ятҡан Үзбәкстанға бирер артыҡ ҡыҙы ла юҡ. Миҙхәттең уйҙары буталды, күҙенең ҡыры менән генә балаһына күҙ һалды. Бигерәк кенә һылыу шул ҡыҙы, әллә ҡурҡыуҙан, әллә уңайһыҙланыуҙан ҡойолоп ҡына төшкән. Ике сикәһе алһыуланып, башын аҫҡа эйгән, тын алғаны ла һиҙелмәй. Аяҡтары, ҡулдары өҙлөкһөҙ дерелдәй. Файзаһы, һунарға сыҡҡан януарҙай, тешләнеп ҡатып ҡалған. Риза булып ҡына ҡара, тип, Миҙхәтте тереләй тотоп йотор кеүек төбәлгән, көйәләнеүҙәндер инде ҡулдарын алмаш-тилмәш тызып-тызып йомарлай. Кейәү ишараты бер бошоноуһыҙ ғорур ҡарап ултыра. Уны күргәс, Миҙхәттең тағы һарыуы ҡайнап китте. Баланың башын әйләндергәндәр, тип эстән генә һеңлеһе Зәлифәне, кейәүен һүкте.
– Шула-а-ай икән, йәмәғәт, — тигән булды ғаилә башлығы. – Зөһрә беҙҙең берҙән-бер генә бала, әсәһе лә, мин дә уны сит-ят ергә кейәүгә оҙатырға теләгебеҙ юҡ. Уның ҙур ҡалала уҡырлыҡ белеме бар ине. Яныбыҙҙан ебәрге килмәгәнлектән ошо тирәлә алып ҡалдыҡ. Әгәр Башҡортостанда ҡалып, беҙҙең төбәктә төпләнһәгеҙ, ризалыҡ бирербеҙ, ә күсереп алып ҡайтып китеү тураһында һүҙ ҙә булырға мөмкин түгел. Минең йомғаҡлау һүҙем шул.
Бер кем дә ҡаршы бер ауыҙ һүҙ ҙә ҡатманы, Фәрхәт кенә үҙ телендә ниҙер әйтте. Уның һүҙҙәре ярым-ярты аңлашылһа ла, ағаһы тәржемә итеп асыҡлыҡ индереп ҡуйырға булды:
– Атайыбыҙ юҡ, әсәй һәм дүрт апай бар, шулар менән кәңәшләшкәс, һеҙгә хәбәр итермен, тине Фәрхәт ҡусты.
Энә өҫтөндә ултырған кеүек Файза шунда уҡ ырғып төштө:
– Һинең кәңәш-төңәшең кәрәкмәй, үзбәккә тоттороп сығарыр балам юҡ, кәңәш итә берәү, эйе, хәҙер, юҡ, юҡ, үҙебеҙҙең яҡта, беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа торабыҙ тиһәгеҙ, бажалыста, ә былай штоб здесь духы не был.
Сәсрәргә әҙер генә ултырған ҡатынын саҡ тыйҙы Миҙхәт. Уға хут бирһәң, был өс үзбәкте бер ҡул менән алып сығып олаҡтырыр ине. Иртәгеһенә таң менән кире юлға йыйындылар. Файза тышҡа сыҡҡан арала ҡыҙына өгөт-нәсихәтен әйтеп ҡалырға тырышты:
– Балам, башың икәү түгелдер, моғайын. Уйыңдан кире ҡайт. Мөхәббәт – ул өс көнлөк. Икенсе ил, икенсе халыҡ, икенсе ғөрөф-ғәҙәт, йола. Ҡолас ташлап үҙ телеңдә һөйөшөп, үҙ телеңдә ирешеп йәшәмәгәс – ул йәшәү буламы? Ыңҡылдап, әйтер һүҙеңде лә әйтә алмай ултырырһың. Мине уйла, атаңды уйла, мәсхәрәгә ҡалдыраһың бит беҙҙе. Һине һағынып-һарғайып ултырайыҡмы инде олоғайған көнөбөҙҙә. Ҡартәсәйең тере булһа, беҙгә йөҙ килеп урар ине, бер бөртөк балаңа йүнле-башлы тәрбиә бирә алманың, тип мине эттән алып эткә һалыр ине, ошо көнө ҡәберендә ҡырҡҡа әйләнеп ятҡандыр әле...
Зәлифәһе менән нимәгә ғүмере буйы ҡатышманы, тиһең, фәҡәт шул ҡыҙының елбәҙәкләнеп сығып китеүен кисерә алманы.
– Ярай, әсәй, — тип кенә әйтә алды Зөһрә.
Ҡалаға барғас, тура ятағына ҡайтты. Ҡояштай балҡып йөрөгән ҡыҙҙың йөҙөндә бер нур остоғо ла ҡалмағайны. Ябыҡ ҡына кәүҙәһе былай ҙа бәләкәсәйеп, бөршәйеп киткән төҫлө. Уҡыуына ла йөрөй алмай, ике көн яҫтыҡҡа ҡапланып иланы. Ата-әсәһен көйҙөргәне өсөн үҙен битәрләне, Фәрхәткә булған һөйөү хистәренең ялҡыны алдында көсһөҙлөгөнән ыңғырашты. Ауға тотолған күбәләктәй хис итте үҙен, икегә ярылырҙай булып сәбәләнде. Тамағына ризыҡ түгел, һыу ҙа үтмәне. Үртәлә торғас, бер аҙға ғына онотолғоһо килеп урамға сыҡты. Ҡала һауаһы ауылдыҡына етәме инде? Эх, хатта ҡышын да башты әйләндерерлек, күңелдәрҙе ҡытыҡларлыҡ хуш еҫ бөркөлә бит уның урман ҡосағында ултырған ғәзиз төйәгенән. Кәртә артындағы ҡайынлыҡҡа сығып йән рәхәтлеге алыуы, емеш-еләгенә кинәнеүе үҙе ни тора?! Бер ҡасан да ташлап китмәйәсәк ул ғәзиз ерен, ата-әсәһен.
Нишләптер аяҡтары үҙенән-үҙе Зәлифә апайҙарына алып китте. Уның кәңәшенә, терәгенә мохтаж инеме, әллә һөйгәнен күреү теләге менән яндымы – Зөһрә үҙе лә аңламаны. Ул барып ингәндә апаһы балалар менән үҙе генә өйҙә ине.
– Фәрхәт ҡайтып китер ул Үзбәкстанға. Ауылдан килгәс, инде ҡайғырҙы, йөрәге ярылды ҡәйнешемдең. Ул яҡҡа ҡайтып күренһә, ауыҙын да астырмай өйләндерә лә ҡуялар инде, эйе унда шулай бит. Балаларына тормош иптәшен ата-әсәләре һайлай. Башҡортостанға юлы ябыла инде!
Зәлифә, Зөһрәнең йәнен үртәргә тырышҡандай, тын да алмай бытылданы. Үҙе ара-тирә ипләп кенә һеңлеһенә күҙ һирпеп алғыланы. Көндө кискә ауышлатып еҙнәһе менән Фәрхәт эштән ҡайтып инделәр. Фәрхәттең дә күҙҙәренең нуры ҡайтҡайны: элекке кеүек осҡондар сәсрәтеп, янып торған бөркөттәй ҡараш тоноҡланып ҡалғандай тойолдо.
– Поезға билет алдыҡ, – тип һүҙ башланы еҙнәһе, әйтерһең, ишек артында ҡатынының һөйләгәнен тыңлап торған да дауам иткән кеүек. – Икенсе аҙнала юлға сыға инде ҡустым.
Үҙе лә һиҙмәҫтән Зөһрәнең сикәһенән ике бөртөк ынйы йүгереп төштө, йөрәге ҡупты, тамағы кипте. Уның торошон башҡалар һиҙҙеме, юҡмы, әммә был минуттарҙа иҫен юғалтырҙай хәлдә ине. Нисек, Фәрхәт ҡайта? Булмаҫ, нисек инде улай? Нисек Зөһрә Фәрхәтһеҙ йәшәйәсәк? Ҡыҙсыҡтың бөтә кәүҙәһе ямғыр аҫтында күшеккән ҡошсоҡтоҡолай дерелдәне. Ипләп кенә күтәрелеп һөйгәненә ҡараны.
– Эйе, ҡайтам, бында төҙөлөш тамам, әлегә эш тә юҡ, – тине.
– Шулай бына, ҡәйнеште ай күрҙе, ҡояш алды, яңы ғына килгән кеүек ине, өс ай һиҙелмәй үтеп тә китте, — тип көлгән булды апайы. Зәлифәнең һәр һүҙе һеңлеһенә төрттөрөп әйтелгән кеүек.
Уларҙың тауыштары әллә ҡайҙа алыҫта ишетелгән һымаҡ. Зөһрә бер ни ҙә аңламаны ла, күрмәне лә, сикәләре ҡыҫты, башы шауланы.
–Зөһрә, Зөһрә, тим, ҡолағың тоноп ултыраһыңмы әллә, баянан бирле һиңә әйтәм, — тип ҡысҡырып көлөп ебәргән тауышҡа уянып киткәндәй булды. – Фәрхәт менән барып күреп ҡайт, йә, уның да йәшәгән яҡтарын, туғандарын. Ул яҡтағылар шул тиклем ихлас. Матур ерҙәр. Бер аҙ ғына йөрөп килгәндән бер нимә лә булмаҫ, еңгәйем менән ағайым белмәй ҙә ҡалыр, уҡыуыңда ауырып ҡайтып китте, тип әйтеп торорҙар. Ҡәйнеш ни, эш булһа, кире был яҡҡа килә бит. Китсе, улайтып икегеҙ ике яҡта ҡайғырып ултырғансы, бергәләп йөрөгөҙ. Пар килеп кенә тораһығыҙ. Фәрхәт ҡәйнеш ни тиклем бошона, һинең өсөн йөрәгем өҙөлә. Улайтмағыҙ, – тип хатта күҙ йәштәрен дә һөртөп ҡуйған кеше булды. Фәрхәт залға сыҡҡан арала:
– Һин ҡуша барһаң, ул кире эйәреп был яҡҡа килә ул. Ана, еҙнәң килде бит минең арттан, ҡайҙа барһын. Бер үҙеңде ҡайтарып ебәрмәй бит инде ул, өҙөлөп ярата һине, – тип бышылдап күҙ ҡыҫты.
Һөйөү көсөмө, әллә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо булдымы, Зөһрә апайының кәңәшен тоторға булды, егет тә аҙна-ун көн самаһынан Башҡортостанға кире әйләнеп ҡайтырға һүҙ бирҙе. Ата-әсәһенә лә хәбәр итеп тормай, тиҙ арала йыйынды ла Фәрхәт менән Үзбәкстанға юл алды. Поезд ҡуҙғалып киткәс, Зәлифә иркен һуланы, һеңлеһе өсөн ихлас ҡыуаныуға ҡарағанда, үҙенең һүҙе һүҙ булыуына тантана итә ине, буғай.
Дауамы бар.