+22 °С
Дождь


Көндәр һалҡынайыу менән ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башланды. Ошондай сара Әлшәй районының Таштүбә ауылында үткән.
- Бөгөн беҙҙә Вәлиәхмәтовтар ғаиләһендә ҡаҙ өмәһе үтте. Өмәгә улар күршеләрен, туғандарын һәм дуҫтарын саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолаларын еренә еткереп үтәне.
Әйтергә кәрәк, Тәштүбә ауылы быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнаша. Таштүбә ауылы үҙенең тырыш, егәрле халҡы менән айырыла. Эш менән шөғөлләнгән кешенең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмай, - тип хәбәр итәләр ауыл төркөмөндә.
https://vk.com/bstnews