

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров төбәктә туризм өлкәһенең нисек үҫешеүе хаҡында һөйләне. Андрей Геннадьевич республиканың Рәсәйҙең туристик үҙәктәренең береһенә әүерелеүен билдәләне. Башҡортостанға шифаханаларҙа ял итеү, Шүлгәнташ мәмерйәһен, Торатауҙы, Талҡаҫ күлен күрергә, ҡымыҙ, башҡорт балын һәм бишбармаҡты тәмләп ҡарарға киләләр. Йыл башынан Башҡортостанға 1,66 миллион турист килгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 31,2% күберәк, тип хәбәр итте премьер-министр. Әле төбәк ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында - икенсе, илдә 12-се урынды биләй. Юғары һандарға ҡарамаҫтан, Назаров Башҡортостандың потенциалы күберәк булыуына ышана.
Туризм индустрияһы - бик юғары конкуренциялы өлкә, уңышлы үҫешеү өсөн заманса инфраструктура, юғары сервис кимәле мөһим. Быйыл Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә 1,9 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Шул иҫәптән «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан 1,5 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп ителгән, улар 2023-2024 йылдарға иҫәпләнгән. Премьер-министр, уларҙың төп өлөшө номер фондын арттырыуға йүнәлтеләсәк, тип билдәләне. Төбәктә заманса отелдәр һәм глэмпингтар барлыҡҡа килә, ғәмәлдәге отелдәрҙә һәм ҡунаҡханаларҙа бүлмәләр һаны арта.
Дәүләт ярҙамы менән дөйөм суммаһы 3,79 миллиард һумлыҡ бөтәһе 150 инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ, шул иҫәптән инвесторҙарҙың үҙ аҡсалары 2,29 миллиард һум тәшкил итә.