Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Октябрь 2023, 16:14

Илеш меценаты Ҡәғбә формаһында мәсет төҙөй башлаған

Афарин!

Илеш меценаты Ҡәғбә формаһында мәсет төҙөй башлағанИлеш меценаты Ҡәғбә формаһында мәсет төҙөй башлаған
Илеш меценаты Ҡәғбә формаһында мәсет төҙөй башлаған

Илеш районының Дөмәй ауылы уртаһында яңы «Әл-Малик» мәсете һалына башлаған. Сауаплы эшкә ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Рабис Сәлихов тотонған.

Проект буйынса, төҙөлөп ятҡан мәсеттең формаһы мосолман донъяһының төп ғибәҙәтханаһы — Ҡәғбә мәсетен хәтерләтә. Майҙаны – 225 квадрат метр. Бейек манара башында ярым ай урынлашҡан. Иман йорто мосолман традициялары буйынса аҡ, йәшел, алтын төҫтәр менән биҙәлгән. Сәскәле һәм геометрик келәмдәр йәм өҫтәй.

https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_67412

Автор:
Читайте нас