Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Октябрь 2023, 17:05

Яугир-бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың иҫтәлегенә

Фестивалдә ҡатнашыуға шәхси башҡарыусылар һәм хореография коллективтары саҡырыла.

Яугир-бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың иҫтәлегенәЯугир-бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың иҫтәлегенә
Яугир-бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың иҫтәлегенә

2023 йылдың 21 октябрендә 11:00 сәғәттә Дыуан районының Арый мәҙәниәт йортонда “Сыңлы үксә” конкурсы үтәсәк.

Тыуған иле өсөн батырҙарса һәләк булған Сибай филармонияһы бейеүсеһе Илнар Хәтмуллинға бағышланған бәйге юҡҡа ғына был төбәктә үткәрелмәй, Илнарҙың атаһы Илдар Булат улы сығышы менән ошо ауылдан.

Фестивалдә ҡатнашыуға шәхси башҡарыусылар һәм хореография коллективтары саҡырыла. Шулай уҡ 6 йәштән 25 йәшкә тиклемге теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас