Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Октябрь 2023, 05:23

Һауа торошо боҙола

Һеҙҙең яҡта тәүге ҡар яуҙымы?

Һауа торошо боҙолаҺауа торошо боҙола
Һауа торошо боҙола

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөнреспубликала урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.

Шәмбе төндә, 21 октябрҙә, бер аҙ ямғыр, епшек ҡар яуыуы ихтимал. Көндөҙ ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, + 2, көндөҙ +2,+7 градус.

Йәкшәмбе, 22 октябрҙә, төндә ямғыр, епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә . Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, + 2, көндөҙ 0, +5 градус.

https://www.bashinform.ru

 

Фото: Динислам Утарбаев «Подслушано Баймак» / Vk.com

Автор:
Читайте нас