Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Октябрь 2023, 05:48

Тағы бер ҡатын-ҡыҙ махсус хәрби операция зонаһына юлланған

Балалары әсәйҙәренең ҡыйыу ҡарарын хуплай.

Тағы бер ҡатын-ҡыҙ махсус хәрби операция зонаһына юлланғанТағы бер ҡатын-ҡыҙ махсус хәрби операция зонаһына юлланған
Тағы бер ҡатын-ҡыҙ махсус хәрби операция зонаһына юлланған

Көйөргәҙе районының Ермолаевка поликлиникаһы лаборанты, Шабағыш ауыл советы депутаты үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән, ул медицина ротаһына шәфҡәт туташы булып яҙылған.

Алғы һыҙыҡта уның позывнойы - «Гюрза». Өйҙә ҡатынды өс балаһы көтә. Яңыраҡ бер улы армиянан ҡайтҡан. Төпсөк ҡыҙы юғары кластарҙа уҡый.

«Балалары әсәйҙәренең ҡыйыу ҡарарын хуплай. Көс һәм сабырлыҡ һеҙгә, хөрмәтле «Гюрза»! Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ!» - тип яҙған Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә.

Иҫән-һау йөрөгөҙ!

Сығанаҡ: https://vk.com/bashkortostanim

Автор:
Читайте нас