

Элвин Грей» лейблының элекке музыканты Артур Күсимов арабыҙҙан китте. Был хаҡта Үҙенең Социаль селтәрҙәрендә Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы Радик Юлъяҡшин хәбәр итте.
"Ауыр. Ҡайғырабыҙ. Һуңғы ике йылда ул үҙенең сольный проекты өҫтөндә эшләй ине. Әммә уны тамамлап өлгөрмәне. Яҙмыш башҡаса хәл итте", - тип яҙған Элвин Грей.
Артур Күсимовтың үлеменә нимә сәбәпсе булыуы аныҡланмай. Уның әсәһе һәм һеңлеһе ҡалған.
Музыкант менән хушлашыу 23 октябрҙә Ҡазанда, 14:00 сәғәттән 15:00 сәғәткә тиклем (Хушлашыу залы, Себер тракты, 31а) була. Артисты 24 октябрҙә тыуған яғында, Әбйәлил районы Асҡар ауылында ерләйҙәр.
Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.