+22 °С
Ямғыр


Замандашыбыҙ Фәнүзә Ишбаева йүрмә тип аталған ризыҡ әҙерләүҙәре тураһында яҙа.
"Һарыҡтың эс майын таҫмалап ҡырҡып, ас эсәккә ҡушып үреп, ейәнсәрем менән йүрмә тигән ризыҡ әҙерләнек. Тәү тапҡыр эшләгәндә әҙерәк ыҙалағайным: эсәк шыймалап, ни тотоп, ни бәйләп, ни һәйбәтләр үреп булмағайны. Әле иһә эсәктәрҙе әҙерәк бешәкләп алғайным, эш ыңғай китте: бәйләйһеңме, төйнәйһеңме - рәхәт кенә башҡарылды. Ашағас, юлаусының йомошон да онотторор йүрмә әҙер!" - тиелә яҙмала.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_72005