Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Октябрь 2023, 14:13

Мортаза Рәхимов исемендәге класс асылды

"Бишенселәр илебеҙҙең оло шәхесе исемен лайыҡлы йөрөтөр тип ышанам!"

Мортаза Рәхимов исемендәге класс асылдыМортаза Рәхимов исемендәге класс асылды
Мортаза Рәхимов исемендәге класс асылды

Башҡортостанда тәүге тапҡыр республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Рәхимов исемендәге класс асылды. Был турала Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназияһы директоры Шайморат Тимербулатов хәбәр итте һәм тантаналы сарала төшөрөлгән фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты.

«Бөгөн Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназияһында бишенсе класс уҡыусыларын Рәхимов класына алыу тантанаһы уҙҙы. Балалар ант бирҙе, йәш рәхимовсы значоктарын таҡты, ата- әсәләр уларҙы тәмләткестәр менән һыйланы, - тип яҙған директор социаль селтәрҙә. - Бишенселәр илебеҙҙең оло шәхесе исемен лайыҡлы йөрөтөр тип ышанам. Ҡотлайым!»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназияһы Күмертау ҡалаһында урынлашҡан.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас