

Хәйбулла районы Әбүбәер ауылы мәҙәниәт йортонда РСФСР- ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, алдынғы уҡытыусы, Хәйбулла районы мәғарифы тарихында яҡты эҙен ҡалдырыусы ауылдашыбыҙ Вәсилә Ғилман ҡыҙы Сынбулатованың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы, "Уҡытыусы һөнәре - мәңгелек", исемле хәтер кисәһе үтте.
Был сараға Вәсилә апайҙың ҡыҙы Гүзәл Оморҙаҡ ҡыҙы Билалова, туғандары, мәғариф бүлеге вәкиле Илгиз Рафиҡ улы Карабаев, ауылдаштары, уҡыусылары йыйылды.
Кисә Вәсилә Ғилман ҡыҙының рухына аят бағышлау менән башланып китте. Уның тормош юлы тураһында, ейәнсәре Гөлнур Нуриман ҡыҙы эшләгән видео яҙма күрһәтелде, уға арналған күргәҙмә ҡуйылды.
Һәр кем хәтирәләре, иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, оло хөрмәт менән Вәсилә апайҙы иҫкә алдылар.
Уның хаҡындағы яҡты хәтирәләр ауылдаштары, уҡыусылары, балалары күңелендә ҡәҙерләп мәңге һаҡланыр.
https://vk.com/abu_sdk