+24 °С
Ямғыр


Снаряд ярсығы шлемды тишеп йәрәхәт алыуына ҡарамаҫтан, ул һуғыш яланында ҡала, ике дошманды юҡ итә, яраланған командирҙы ҡотҡара һәм неонацистарҙың мөһим документацияһын үҙ ҡулына ала. Ике аҙнанан Артур Ғәлиев тағы ла ҡаты яралана, ҡулына жгут һала һәм үҙаллы табиптарға барып етә. Геройҙы Суворов миҙалы, Батырлыҡ ордены, «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләйҙәр.