Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
30 Октябрь 2023, 07:17

Байназарҙа - айыҡ водителдәр парады

Урындағы хакимиәт башлығы автоһәүәҫкәрҙәрҙе автомобилистар көнө менән ҡотланы, әүҙем ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе", - тиелә яҙмала.

Байназарҙа - айыҡ водителдәр парадыБайназарҙа - айыҡ водителдәр парады
Байназарҙа - айыҡ водителдәр парады

"Айыҡ ауыл-2023" республика конкурсының район этабы сиктәрендә һәм автоһәүәҫкәрҙәр көнөнә арнап, Байназар ауылы автомобиль һөйөүселәре "Айыҡ водителдәр парады" ойошторҙо, тип хәбәр ителә Байназар ҡатын-ҡыҙҙары төркөмөндә.

"Ауыл халҡының ҡыҙыҡһыныуы ҙур булды: профилактик сарала илленән ашыу автомобиль ҡатнашты. Маҡсат иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү һәм аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелде. Планлаштырылғанса, машиналар ярҙамында "Айыҡ ауыл" тигән яҙыу барлыҡҡа килде. Сара барышында водителдәр һәм пассажирҙар "Байназар" тип тә яҙырға тәҡдим итте һәм быны ла тормошҡа ашырҙы. Урындағы хакимиәт башлығы автоһәүәҫкәрҙәрҙе автомобилистар көнө менән ҡотланы, әүҙем ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе", - тиелә яҙмала.

Байназарҙар "Айыҡ ауыл-2023" республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Билдәле булыуынса, конкурс Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_72221

Автор:
Читайте нас