+21 °С
Облачно


3 ноябрҙә Ейәнсура районында Үҫәргән ырыуы йыйыны уҙа.
Ойоштороусылары - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ейәнсура районы хакимиәте.
Сара сиктәрендә тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн «Үҫәргән ере-мәғрифәтселәр төйәге», "Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе һәм ырыуҙың билдәле шәхестәре" тип аталған секциялар эшләйәсәк, милли көрәш буйынса «Үҫәргән батыры», уҡтан атыу буйынса«Мәргән уҡсы» төбәк-ара турнирҙары үтәсәк.
Шулай уҡ, "Аҡбуҙат" журналы һәм "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телестудияһы махсус программа әҙерләгән.