Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Октябрь 2023, 04:43

Өфөнән тура Таиландҡа

Мәскәү аша осоуға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ буласаҡ. Пассажирҙарға ике яҡҡа ла билет өсөн...

Өфөнән тура ТаиландҡаӨфөнән тура Таиландҡа
Өфөнән тура Таиландҡа

Башҡортостанда йәшәүселәр 4 ноябрҙә Өфөнән Таиландҡа - Пхукет утрауына  тура рейс менән оса ала. Мәскәү аша осоуға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ буласаҡ. Был хаҡта БР Транспорт Министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Пассажирҙарға ике яҡҡа ла билет өсөн 55,8 мең һумлыҡ тариф тәҡдим ителә. Хаҡы ҡул йөгөн дә, багажды ла үҙ эсенә ала. Бер яҡҡа Осоу Ваҡыты Пхукетҡа тиклем һигеҙ сәғәттән саҡ ҡына күберәк һәм Өфөгә тиклем кире ҡайтыу өсөн туғыҙ сәғәт самаһы тәшкил итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Өфөнән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре тура рейстар һанын аҙнаһына 5 рейсҡа тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне.

Фото: Эльдар Гиззатуллин / АиФ

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас