Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Октябрь 2023, 16:26

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары бәләгә тарыған ғаиләгә ярҙам иткән

Социаль селтәрҙә ир уларға рәхмәт белдерә.

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары  бәләгә тарыған ғаиләгә ярҙам иткәнЮл-патруль хеҙмәте инспекторҙары  бәләгә тарыған ғаиләгә ярҙам иткән
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары бәләгә тарыған ғаиләгә ярҙам иткән

Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 67-се саҡрымында машинаның тәгәрмәсе тишелә. Был ваҡытта Ауырғазы районы территорияһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген полиция лейтенанты Сергей Петров менән полиция өлкән лейтенанты Рөстәм Вәлиәхмәтовтан торған экипаж тәьмин итә. Улар юлда торған машинаға ярҙам итә.

Был турала телеграм-каналда баш автоинспектор Владимир Севастьянов хәбәр итеп, ғаилә имен-аман өйөнә ҡайтҡан, тип яҙа:

- Социаль селтәрҙә ир полиция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерә. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү хеҙмәт эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора.

Автор:
Читайте нас