

Ейәнсура районында республиканың алдынғы мәҙәниәт белгестәренең береһе Альфред Ваһаповты һуңғы юлға оҙаттылар. Уға ни бары 52 йәш ине. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул 28 октябрҙә үк мәрхүм булған. Уның йәнһеҙ кәүҙәһен үлгәндән һуң бер нисә көн үткәс кенә тапҡандар, сәбәбе - йөрәк сире.
М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар райондың мәғариф өлкәһендә эшләй. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында математика һәм информатиканан уҡыта, директор урынбаҫары, директор вазифаларын башҡара.
2002 йылдан яҙмышы мәҙәниәт менән бәйләй — методист, режиссер, район Мәҙәниәт йорто директоры була. Барыһы ла уны яҡшы белгес, һәләтле, ихлас, эскерһеҙ кеше итеп хәтерләй. Бөтә район халҡы ҡайғыра, тип хәбәр итә яҡташтары.
https://vk.com/bstnews