Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2023, 15:13

Табын түрендә - һәр халыҡтың яратҡан ризығы

Был ризыҡты һәр халыҡ үҙенсә бешерә.

Табын түрендә - һәр халыҡтың яратҡан ризығыТабын түрендә - һәр халыҡтың яратҡан ризығы
Табын түрендә - һәр халыҡтың яратҡан ризығы

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Һөләймән ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары күмәкләшеп манты эшләгән.

"Был ризыҡты һәр халыҡ үҙенсә бешерә. Кемдер итте турап, кемдер ит турағыс аша үткәреп, картуфтан, хатта ҡабаҡтан эшләйҙәр. Манты күптәрҙең яратҡан ризығы ғына түгел, ә табын түрен яулай барған аш-һыу төрҙәренең береһе.

Элек-электән мантыны күмәкләшеп эшләгәндәр. Шулай булһа, эш тә ырай, күңелле лә. Быны яҡшы аңлаған Һөләймән ауылы халҡы манты өмәһе ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар ауылыбыҙҙың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Фәйрүзә Миңләхмәт ҡыҙы йортона йыйылып, тәмле манты эшләне. Кемдер ҡамыр йәйҙе, кемдер эслек әҙерләне. Тәмле манты менән һыйланып, күңелле, файҙалы итеп үткәрҙе улар ваҡытын", - тиелә яҙмала.

Һөләймән халҡы "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Билдәле булыуынса, проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Фото: https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_72401

Автор:
Читайте нас