

Йылдар дауамында бер-береһенә ҡарата булған һөйөү хисен һүндермәй , ғаилә усағын дөрләтеп, гөрләтеп йәшәүселәр һоҡланыу тойғоһо уята. Был хат 50 йыл бергә ғүмер кисергән Ишкилде Имаметдин улы һәм Маһия Мөхәмәтйән ҡыҙы Кәримовтарға балалары тарафынан яҙылған.
Атайыбыҙ 1952 йылдың яҙында Йылайыр районының Суртан-Үҙәк ауылында Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Күп балалы ғаиләлә эшһөйәр, ипле, ярҙамсыл булып үҫә. Матрай урта мәктәбен тамамлағас, шофёрҙар курсын уҡып бөтөү менән Ватан алдында бурысын үтәргә юллана. Хеҙмәт юлын Башҡорт совхозында башлай.
Әсәйебеҙ Маһия Мөхәмәтйән ҡыҙы Иҫке-Яҡуп ауылында 1955 йылдың йәйендә ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән эш рәтен белеп үҫә. Балаларын яңғыҙ уҫтергән әсәһенең төп ярҙамсыһы була. Балапан ауылындағы фермала 15 йәшенән генә һауынсы булып эш башлай.
Яңы ғына әрме сафынан ҡайтҡан егет менән ҡыҙ араһында мөхәббәт ялҡыны тоҡана. 1973 йылдың ноябрь айында йәштәр матур ғаилә ҡора һәм ҡайны, ҡәйнә йортонда йәшәй башлай. Биш йылдан Матрай ауылына күсеп киләләр. Әсәйебеҙ мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Атайыбыҙ шофер, гараж мөдире, автомеханик, иген һаҡлау комплексы мөдире, тирмәнсе булып эшләй.
Беҙҙе,дүрт ҡыҙҙы үҫтереп, уҡытып оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөн 15 ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, 5 бүләһенә һөйөнөп йәшәйҙәр.
Йылайыр районы Матрай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ Маһия Мөхәмәтйән ҡыҙы һәм атай-ҡартатайыбыҙ Ишкилде Имаметдин улы Кәримовтарҙы оло байрамдары – алтын туйҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең яҙмышығыҙҙы бергә бәйләгән бәхетле мәлдән 50 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Бер-берегеҙгә булған матур хистәрҙе ошо йылдар эсендә сайпылтмай, саф килеш һаҡланығыҙ. Бөгөн һеҙ – һоҡланырлыҡ бәхетле пар. Бер-берегеҙгә булған хөрмәт, ихтирам беҙҙең өсөн йылы усаҡ төҫлө. Ошо усаҡҡа һыйынып,йылынып йәшәүебеҙ менән беҙ сикһеҙ бәхетле.
Ҡәҙерлеләребеҙ! Киләсәктә лә һәр көнөгөҙ шатлыҡ - һөйөнөскә тулы булһын. Балаларығыҙҙың бары тик шатлыҡтарын күреп, оҙон - оҙаҡ ғүмер итегеҙ.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарығыҙ Алһыу, Люциә, Лилиә, Әлиә, кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрләре.
Хөрмәтле Ишкилде Имаметдин улы һәм Маһия Мөхәмәтйән ҡыҙы! Ғаиләгеҙҙең ҡото артып ҡына торһон!