

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тәмле. Беҙ бергә» проекты Ҡазан ҡалаһында уҙған ХIV Бөтә Рәсәй журналистар конкурсында 1-се урын яуланы!
Быйыл конкурсҡа илебеҙҙең 38 төбәгенән йәмғеһе 820 эш ҡабул ителгән. Улар араһында БЮТ каналы проекты иң яҡшыһы тип табылған.
– Был программа берҙәм Башҡортостан халҡының мәҙәни коды хаҡында. Беҙ яңы һүҙҙәр өйрәндек, район-ҡалаларҙың бығаса билдәле булмаған иҫтәлекле урындарын күрһәттек, оҫталар менән таныштыҡ, милли ризыҡтар әҙерләнек. Башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән программа хаҡында матур һүҙҙәр ишеттек. Тапшырыуҙарҙы башҡорт һәм рус телдәрендә әҙерләнек, - ти проект алып барыусыһы Наил Юнысов.
https://vk.com/bstnews