Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2023, 14:23

Һөттө литрлап, ярманы килолап һатасаҡтар

Хәҙер май, туҡмас, шәкәр, тоҙ...

Һөттө литрлап, ярманы килолап һатасаҡтарҺөттө литрлап, ярманы килолап һатасаҡтар
Һөттө литрлап, ярманы килолап һатасаҡтар

Рәсәйҙә иң кәрәкле аҙыҡ-түлек етештереүселәр дәүләт стандартынан тайпыла алмай. Һатыу өсөн билдәләнгән һауыт ҙурлығын, күләмде үҙ аллы үҙгәртеү тыйыла. Генераль прокуратура талабы менән ГОСТ-ҡа төҙәтмәләр индерелгән. Хәҙер май, туҡмас, шәкәр, тоҙ, он, ҡарабойҙай, дөгө, тары, сәй етештереүселәр тауарҙарын дәүләт стандарты буйынса сығарырға теләһә, билдәләнгән күләмде генә ҡулланырға тейеш була. Мәҫәлән, ҡарабойҙай 500 грамлы, килограмлы һәм 2 килолы төргәктә, һөт 200, 250, 500, 1000 һәм 2000 миллилитрлы һауыттарҙа һатылырға тейеш. Прокуратура хәбәр итеүенсә, әле йыш ҡына етештереүселәр аҙыҡ-түлек ауырлығын йә күләмен кәметә, ә хаҡ шул кимәлдә ҡала. Артыуы ла күҙәтелә.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/

Автор:
Читайте нас