Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2023, 13:39

Йәш шайморатовсылар һыбай атланды

Һалҡын һауа торошона ҡарамаҫтан, көҙгө каникулдың был көнөн балалар бик күңелле үткәргән.

Йәш шайморатовсылар һыбай атландыЙәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды

Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбенең 6-сы “ш” класы уҡыусылары Яңы Петровка ауылы эшҡыуары Владимир Матвеевтың шәхси хужалығына сәфәр ойошторған.

Владимир Павлович ихлас йәш шайморатовсыларҙы ихлас ҡаршы алған. Ул балаларға аттар, йылҡы тоҡомдары, ат спорты төрҙәре, егелгән аттарҙың холоҡтары , "Ылаҡ" милли уйыны тураһында һөйләгән, шулай уҡ һыбай йөрөү серҙәре, хәүефһеҙлек талаптары менән таныштырған.

Оҫталыҡ дәресенә шулай уҡ Иҫәнгилде ауылынан фермер Нур Күсәрбаев ҡушылған, ул башҡорт тоҡомло аттар тураһында мәғлүмәт биргән, йылҡы малдарына ҡарата мөнәсәбәте, малҡайҙарҙы тәрбиәләү тураһында айырым бер йылылыҡ менән бәйән иткән. Владимир Матвеевтың бәләкәйҙән һыбай йөрөгән 9 йәшлек улы Гавриил да үҙенән 3 йәшкә ҙурыраҡ уҡыусылар менән тиҙ арала дуҫлашып, үҙе белгәндәрен һөйләгән.

Башта аттарҙан бер аҙ шөрләп ҡалған уҡыусылар, оҫталыҡ дәресе аҙағына ҡарай "Хәҙер минең сират!", "Аҡ атҡа мин ултырам" тип бер булғандар. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа инструкторҙар ярҙамында һыбай йөрөргә өйрәнгән, ҡайһылары үҙаллы йөрөп күрһәткән. Һалҡын һауа торошона ҡарамаҫтан, көҙгө каникулдың был көнөн балалар бик күңелле үткәргән.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәсүл Рәхмәтуллин менән “Йәш армеецтар” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе начальнигы Таһир Ишемғолов ойошторған сара Шайморатов класы стандартын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә үткән.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_72751

Автор:
Читайте нас