+21 °С
Болотло


Бөгөн, 11 ноябрҙә, көндөҙ Стәрлетамаҡта Газель Next маршрут автобусы янып киткән, уның эсендә 10 пассажир булған. Көтмәгәндә капот аҫтынан төтөн сыға башлай. Водитель тиҙ генә туҡтай һалып, пассажирҙарҙы сығара. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер кем дә һәләк булмаған һәм зыян күрмәгән. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр килеп транспортты һүндерә.
Фото: МЧС Башкирии