+21 °С
Болотло


10 ноябрҙә Израиль клиникаһында Стәрлетамаҡтан 2 йәшлек Гордей И. вафат була. Ул онкологиянан дауалана. ⠀
Гордейға Израильға барыр өсөн уның 35 миллион һум аҡса йыйырға кәрәк була. Сентябрҙә рэпер Моргенштерн* миллион һумдан ашыу аҡса бирә. Һөҙөмтәлә сабый әсәһе менән дауаланыуға оса алған. ⠀
2-се интенсив дауалау блогынан һуң сир көсәйә башлай. Гордейҙы дауалау өсөн йыйылған аҡса фонд тәрбиәләнеүселәре араһында бүленәсәк. ⠀
Яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
*РФ Юстиция Министрлығы тарафынан иноагент тип таныла.