Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2023, 05:11

Бөгөн Рәсәйҙә призывниктар көнө

Йыл һайын республиканың меңәрләгән егете Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафтарын тулыландыра.

Бөгөн Рәсәйҙә призывниктар көнөБөгөн Рәсәйҙә призывниктар көнө
Бөгөн Рәсәйҙә призывниктар көнө

Бөтә Рәсәй призывниктар көнө 1992 йылдан алып йыл һайын 15 ноябрҙә билдәләнә. Хәрби хеҙмәткә саҡырыу законы буйынса хеҙмәт итергә тейешле 18-27 йәшлек граждан призывник тип иҫәпләнә.

Призывникка кәрәкле бөтә мәғлүмәттәр 1998 йылдың 28 мартындағы «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында»ғы Федераль законда яҙылған. Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырыу йылына ике тапҡыр уҙғарыла – 1 апрелдән 15 июлгә тиклем һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем. Призывниктар медицина тикшереүе үтергә, һуңынан саҡырыу комиссияһы ултырышына килергә тейеш. Белгестәр ыңғай һығымта бирһә, үҫмерҙәр хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙатыу өсөн хәрби комиссариатҡа барырға тейеш. .

Йыл һайын республиканың меңәрләгән егете Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафтарын тулыландыра. БР Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре буласаҡ һалдаттар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аңлатыу эштәре алып бара. Республика йыйылыу пунктында армияға оҙатыуға арналған тантаналы митингылар уҙа, яңы алынған һалдаттар өсөн байрам концерттары ойошторола.

Автор:
Читайте нас