

Яҡутстанда айыу һөжүм иткән ирҙәрҙең береһе Өфөнән вахтасы булып сыҡҡан.
Өфөнән 37 йәшлек Эльдар Гәрәев ( фотола уң яҡта) айыу һөжүме тураһында һөйләне.
"Үҙең алдында ҙур айыуҙы күргәс, бөтә уйҙар һәм тойғолар буталып китә. Мин, хатта ҡурҡырға ла өлгөрмәнем... бик аңлайышһыҙ тойғо, әммә уны бер кемгә лә кисерергә теләмәйем. Минең менән барыһы ла яҡшы, дауаханалабыҙ, реабилитация үтәбеҙ. Яралар ҙа бөтәшә башланы. Әкренләп һауығабыҙ, шуға күрә тиҙҙән, бәлки, сығарырҙар ҙа. Дауахананан һуң, әлбиттә, тәүҙә ғаиләм янына ҡайтам. Ә бына вахтаға килгәндә, унда ҡабат барырмынмы, юҡмы тип әйтеүе ҡыйын. Тәүҙә тейешенсә дауаланырға кәрәк. Беҙҙең өсөн борсолған һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм", - ти Эльдар Гәрәев .