Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2023, 09:58

Миләүшә Ҡаһарманова: " Мин дә башта уларға ауыҙ асып ҡараным..."

Асыҡтан-асыҡ үҙ фекерҙәрен яҙып ҡуя алмайҙар, хәл-ваҡиғаларҙы анализлай белмәйҙәр, әммә комментарийҙарҙа “алтын аҡылдарын” сығарып һалалар.

Миләүшә Ҡаһарманова: " Мин дә башта уларға ауыҙ асып ҡараным..."Миләүшә Ҡаһарманова: " Мин дә башта уларға ауыҙ асып ҡараным..."
Миләүшә Ҡаһарманова: " Мин дә башта уларға ауыҙ асып ҡараным..."

Өлөкөгөн “Телеүҙәк”тә ҡатнашҡайныҡ. Азат Бадрановтың матбуғаттағы сығышына һәм бөгөнгө ил, республика эсендәге ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡағылышлы булырға тейеш ине, аңлауымса, һөйләшеү. Әммә ул тарҡау һәм бушағыраҡ итеп ойошторолдо. Дөйөм фекерҙәргә һәм күплектән һөйләүгә ҡоролдо, тип әйтәйем микән йомшағыраҡ итеп.

????Бөгөн илебеҙ яу өҫтөндә. Һуғыштың изге һәм изге түгеллеген иҫбатлау һуң инде. Артыҡ күп ҡорбандар бирелде һәм әле лә, көн дә, ир-егеттәр ерләүгә ҡайтарыла. Хәҙер инде “Был беҙҙең һуғыш түгел” тип әйтеү ҙә оят һәм “Беҙ, башҡорттар, икенсе юлдан китәбеҙ” тигән һүҙҙәр һөрәнләү бөтөнләй ахмаҡлыҡ. Ҡайҙа беҙҙең икенсе юлыбыҙ? Ниндәй тормош һәм ҡайһы илдә йәки Башҡортостандың ниндәй мөйөшөндә ожмах вәғәҙә итә беҙгә айырым шәхестәр? Мин белгәндән алып ҡына ла, инде ун йылдан ашыу шул уҡ бер үк доклад һәм лозунгылар менән йөрөй улар. Халыҡты болғарын болғайҙар ҙа, ниңәлер һаман бер нәмә лә хәл итмәйҙәр... Ә бәлки хәл итергә лә тейеш түгелдәрҙер, уларҙың маҡсаты ил өҫтөнә тулҡын ебәреү генәлер?..

????Аҫаба халыҡтарҙы ҡуҙғытыу өсөн экологик мәсьәләләрҙе, ер-һыу проблемаларын, милли һорауҙарҙы үткерләңкерәп күрһәтеү ҙә етә. Һәр кемдең күңелендә ятҡан тыуған төйәгенә булған һөйөүҙе изге көс итеп тә, яуыз ниәттә лә ҡулланып була. Һәм ошоноң менән файҙалана ла инде эске болғаныш сығарыу миссияһын йөкмәүселәр. Ысынлап миссиялы кешеләр! Бит улар дошман илдәр тарафынан финанслана. Бер ерҙә лә эшләмәйенсә ҡиммәтле машиналарҙа йөрөйҙәр, фатирлы булалар һәм көн дә ниндәйҙер аҡсаға йәшәйҙәр. Тыуған илдәрен һатҡан, уларға һуҡырҙарса ышанған ҡайһы бер массаның ышанысын аҫтыртын һатҡан аҡсаға йәшәй улар.

????Инде халыҡты “һуғыш яҡлы” һәм “һуғышҡа ҡаршы” баррикадаларға ла бүлгеләргә ярамай. Берәү ҙә һуғыш теләп ултырмай, әммә һуғыш бара һәм ул бөгөн-иртән генә тамамланмаясаҡ әле. Ошо илдә йәшәп, ошо илдә ашап һәм ошо илде Ватаныбыҙ тип һанайбыҙ икән, беҙ уның ауыр мәлендә ысын патриоттары ла булырға тейешбеҙ. Юғиһә, кемдеңдер балалары, ирҙәре ҡан ҡоя, һәләк була ла, икенселәр һыбай менеп ҡамсы болғап тороп “башҡорттар өсөн айырым донъя” вәғәҙә итеп лаф ора. Ситтә берәүҙәре һуғышып йөрөй, икенселәре эстән паразитлыҡ ҡылып ята. Асылда, ундайҙар милләтенә лә реаль ярҙам итмәй, иленә лә зыян ғына килтерә.

????Мин Азат Бадрановтың яҙғандары менән килешәм. Утыҙ йылға яҡын журналистик практикамда “тел-милләт” тип күп һөйләгәндәрҙе, һөрәнләгәндәрҙе күрҙем, тыңланым һәм яҙҙым да. Хатта Бадранов телгә алған ойошма лидерҙары менән дә әңгәмәләрем булды. Мин дә башта уларға ауыҙ асып ҡараным. Әммә йәшәй бара күрҙем һәм аңланым: улар ысын батыр ҙа, шәһит китерлек ир-егеттәр ҙә, намыҫлы кешеләр ҙә, ниндәйҙер сферала эшләп файҙа килтереүсе лә һәм хатта иле өсөн яу яланына юлланырлыҡ әҙәмдәр ҙә түгел. Кемеһелер дуҫлашҡан ҡатынын кредитҡа ултыртып киткән, кемеһелер алименттан ҡасып йөрөй, кемеһелер ғәрип бала ҡараған ҡатынын туҡмай, яҡлашайыҡ әле, тип ҡатындың туғандары мөрәжәғәт иткәне булды, кемеһелер әсәһенең пенсияһын ашап ята, берәүҙәре дингә һәм балаларына ышыҡлана, кәрәк булғанда хатта шуларын да алға ҡуйып арттарына боҫа ала һ.б. Хатта беренсе ҡарашҡа матур ғаилә ҡороп йәшәгәндәре лә, үҙ ҡулдары менән үҙ балаларының ошо илдәге киләсәген боҙа. Беҙҙең ата-бабалар киләһе быуындарының именлеге өсөн кәрәк булғанда баш та һалған, союзлашыуға ла барған. Әлеге төркөм ағзаларында ундай аҡыл юҡ. Ә беҙ шуларҙан ниндәйҙер “үҙ аллы башҡорт иле”н өмөт итәбеҙ. Әйҙәгеҙ, аңлыраҡ булайыҡсәле. Эстән тарҡалыуға юл ҡуймайыҡ.

????Бөгөн интернетта “милләт өсөн көрәшеүселәр” ниңәлер күпселек фейк аша ултыра. Ниңә икәнен дә беләбеҙ инде – ҡурҡаҡ булған өсөн. Асыҡтан-асыҡ үҙ фекерҙәрен яҙып ҡуя алмайҙар, хәл-ваҡиғаларҙы анализлай белмәйҙәр, әммә комментарийҙарҙа “алтын аҡылдарын” сығарып һалалар. Бына шундай фейктарға, илен һатыусыларға, милләтен эстән тарҡатыусыларға, хөкүмәтен ашап йәшәп шул уҡ ваҡытта әрләп ятыусыларға һәм лже-патриоттарға ҡаршы көрәш заманы бөгөн.

????Беренсе абзацты дауам итеп, теле һәм матбуғат журналистарына, яҙыусыларға, сәйәсмән, етәксе исемен күтәреүселәргә артыҡ дөйөмләшкән шыма хәбәрҙәр генә һөйләргә түгел, ә аналитик материалдар яҙырға, аныҡ тапшырыуҙар алып барырға һәм ил-тороштағы хәл-ваҡиғаларға бәйле шәхсән үҙ фекерҙәрен белдереп өйрәнергә ине, тип тамамлайым.

 

Миләүшә Ҡаһарманова.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-113815477_38895?access_key=528233c7c5581b9cdd

Автор:
Читайте нас