+21 °С
Болотло


Мәғлүм булыуынса, күптән түгел яҙыусының "Килен", "Минең ямғыр" исемле китаптары донъя күрҙе. Заһиҙәнең һәр әҫәрен көтөп алған баймаҡтар үҙе менән күҙмә-күҙ осрашаһы килгән. Әйткәндәй, был ауылда журналдың тоғро дуҫтары йәшәй. 2022 йылда улар күпләп яҙылып, ике кеше журналыбыҙҙың бүләген отто. Осрашыуҙа уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, әҫәр буйынса өҙөктәр сәхнәләштерҙе. "Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаҡов Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән Мәҙәниәт министрлығы ойошторған "Китап менән ғүмерлеккә!" акцияһы хаҡында һөйләне һәм ауыл китапханаһына китаптар бүләк итте.