Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
22 Ноября 2023, 14:00

Бәхил булығыҙ, Фәүзиә инәй!

Билдәле кинорежиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова һәм "Йәншишмә" гәзитенең журналисы Зөһрә Иҫәндәүләтованың һөйөклө әсәйҙәре арабыҙҙан китте. Мәрхүмәнең балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен! "Шоңҡар"ҙар. 

Бәхил булығыҙ, Фәүзиә инәй!Бәхил булығыҙ, Фәүзиә инәй!
Бәхил булығыҙ, Фәүзиә инәй!

Ғәжәп  кеше ине ул  Баймаҡ районының Аҡтау ауылында йәшәгән  Фәүзиә инәй Иҫәндәүләтова. Ауылда иң күп журнал, гәзит алдырып уҡыған кешеләрҙең береһе булды ул. "Шоңҡар" журналы йәштәр өсөн булһа ла, йыл да яҙылам, - ти ине күптән күргән ил инәһе. - Баҫманы кинәнеп уҡыйым.  Хикәйәләр, яҙмыштар тураһындғы яҙмалар оҡшай. Йәштәргә фәһем булырҙай мәҡәләләр ҙә донъя күрә. Төрлө кәңәштәр ҙә ярап ҡала.  Ошондай шәп журналды башҡалар ҙа алдырһын ине".

Үкенескә ҡаршы, изге күңелле, тик тора белмәҫ Фәүзиә инәй арабыҙҙан китте. Уның хаҡында яҡты иҫтәлектәр күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Йәнегеҙ йәннәттә булһын, ил инәһе!

Фото: "Шоңҡар"

Бәхил булығыҙ, Фәүзиә инәй!
Бәхил булығыҙ, Фәүзиә инәй!
Бәхил булығыҙ, Фәүзиә инәй!
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас