

Үрге Ҡыйғы ауылында Ләйсән Нәбиуллинаны белмәгәндәр һирәктер. Ул 2- се урта мәктәптә балаларға белем бирә, әүҙем, һәр ергә өлгөр педагогтарҙың береһе итеп танытҡан үҙен. Ә өйөндә ул уңған хужабикә. Быйыл Ләйсән 30 ҡаҙ үҫтереп, коллегаларын ҡаҙ өмәһенә саҡырған.
"Яңы өйгә күскәндә әсәйем бер пар ҡаҙ бүләк иткәйне, шулар оя тултырып бәпкә сығарҙы. Бына шулай ҡаҙ аҫырарға өйрәнеп киттек. Балаларыбыҙ- төп ярҙамсыларыбыҙ. Йыл һайын 25-30 бәпкә сығарып үҫтерәбеҙ. Быйыл коллегалар менән бар шартына килтереп өмә яһаныҡ. Ауыл уҡытыусыһы мәктәптә балаларға ғына түгел, күрше- тирәһенә лә үрнәк булырға тейеш. Беҙҙән күреп, башҡалар ҙа шулай эшләр",- тип һөйләй Ләйсән Нәбиуллина.
-Өмәне Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторҙоҡ. Балаларға дәрестә халҡыбыҙ йолаларын һөйләп кенә ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ уларҙы тотабыҙ, йәштәргә өйрәтәбеҙ. Өмә бер- беребеҙ менән дуҫтарса аралашыу мөмкинлеге бирҙе, етеҙлектә, тилберлектә һынатмаҫҡа тырыштыҡ",- ти 2- се урта мәктәп уҡытыусылары.
Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы