+21 °С
Болотло


1 декабрҙән Өфөлә ҡала хакимиәте ҡарары буйынса балалар баҡсаһы өсөн түләү арта. Был хаҡта Орджоникидзе районы хакимиәтендә үткән мәктәпкәсә белем биреү буйынса брифинг барышында гуманитар мәсьәләләр һәм мәғариф идаралығы белгесе Мәрйәм Корицкая хәбәр итте.
Сумма 19 һумға арттырыла һәм көнөнә 170 һум була. Йәғни бер айҙа ата-әсәләр 3570 һум түләйәсәк.
Түләүҙең артыуы балалар рационына йәшелсә салаттарын, емеш-еләк һәм еләк-емеш эсемлектәрен индереү күҙалланыуы менән аңлатыла.
Фото: ru.freepik.com