Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
24 Ноября 2023, 05:14

Башҡортостандың күренекле хореографы арабыҙҙан китте

Туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Башҡортостандың күренекле хореографы арабыҙҙан киттеБашҡортостандың күренекле хореографы арабыҙҙан китте
Башҡортостандың күренекле хореографы арабыҙҙан китте

Башҡортостанда оҙаҡ ауырығандан һуң республиканың күренекле хореографы Роберт Ишмаков 63-сө йәшендә донъя ҡуйҙы. Күп йылдар Стәрлетамаҡта үҫмерҙәр менән сәнғәт өлкәһендә эшләгән.

Стәрлетамаҡ хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Роберт Миңлеғәзи улы Куйбышев дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаған. Һуңынан оҙаҡ ваҡыт тыуған ҡалаһында республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында уҡытыусы булып эшләй. Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә яҡшы билдәле Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, «Солнышко» халыҡ хореография театр-студияһы ойошторған һәм уның даими етәксеһе булған.

Уның хеҙмәте бер нисә тапҡыр наградалар менән билдәләнде. 2002 йылда Роберт Ишмаковҡа «БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелә.

Педагог һәм балетмейстер менән хушлашыу бөгөн, 24 ноябрҙә, Стәрлетамаҡта була.

Автор:
Читайте нас