Шоңҡар
+1 °С
Ясно
Йәмғиәт
24 Ноября 2023, 14:55

Республикала ислам ипотекаһы булдырылды

Фатирҙың хаҡы 300 меңдән алып 100 миллион һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала  ислам ипотекаһы булдырылдыРеспубликала  ислам ипотекаһы булдырылды
Республикала ислам ипотекаһы булдырылды

Шәриғәт ҡанундарына ярашлы, фатирҙы төҙөлгән йә әле төҙөлөп ятҡан йорттан алырға мөмкин. Шәхси йорттар һәм таунхаустар һатып алыу рөхсәт ителмәй. Ипотекаға тәүге иғәнә 30 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Максималь мөҙҙәте - 20 йыл. Фатирҙың хаҡы 300 меңдән алып 100 миллион һумға тиклем тәшкил итергә мөмкин.

Хәләл ипотеканың ғәҙәттәге ипотеканан айырмаһы шунда: әлеге осраҡта фатирҙарға хаҡ өҫтәлеп һатыла. Иң мөһиме, килешеүе хәләл, тип иҫәпләй ислам ипотекаһын файҙаланырға йыйынған йәштәр.  

Автор:
Читайте нас