Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2023, 04:50

Уҡытыусылар ата-әсәләр арҡаһында мәктәпкә эшкә килмәй

- Беҙ мәктәптә тәртип урынлаштырыуҙа ярҙам итергә тейешбеҙ.

Уҡытыусылар ата-әсәләр арҡаһында мәктәпкә эшкә килмәйУҡытыусылар ата-әсәләр арҡаһында мәктәпкә эшкә килмәй
Уҡытыусылар ата-әсәләр арҡаһында мәктәпкә эшкә килмәй

Бөгөн уҡытыусылар уларға ҡарата буллингты үҙҙәре ойошторған ата-әсәләр һәм балалар арҡаһында мәктәпкә эшләргә барыуҙан баш тарта. Атап әйткәндә, уҡыусылар уҡыу процесында видеоға төшөрә, ә ата-әсәләр күпселек килеп сыҡҡан хәл-ваҡиғалар буйынса мәктәп хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләй.

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙағы мәктәптәр проблемаһы буйынса эшсе төркөм ултырышында ошо хаҡта белдерҙе. «Бөгөн телефондар ҡулланыуҙың берҙәм ҡағиҙәләрен индерергә кәрәк, - тип билдәләне депутат. - Беҙ мәктәптә тәртип урынлаштырыуҙа ярҙам итергә тейешбеҙ. Бөгөн уҡытыусылар мәктәпкә килмәй, сөнки ата-әсәләр менән эшләргә теләмәй, мөхит үҙенән-үҙе ситләштерә. Был мәсьәләне хәл итергә кәрәк, юғиһә кадрҙарға ҡытлыҡ артасаҡ». Уның һүҙҙәренсә, уҡытыусыларҙы өйҙә тикшергән, шул рәүешле балалар алдында абруйын төшөргән ата-әсәләр быуыны үҫеп етте. Һөҙөмтәлә шул уҡ ата-әсәләр балаларын тәрбиәләү проблемаһы менән осраша.

Автор:
Читайте нас