

Республика Башлығы Радий Хәбиров донъялағы иң яҡшы иретеп йәбештереүсе тураһында һөйләне.
Василий Пащенко халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеп сыҡты.
Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, иретеп йәбештереүсе сығышы менән ҡырмыҫҡалы районынан. Уның 6 разряды бар һәм «Газпром трансгаз Өфө» предприятиеһында эшләй. Конкурста "Дуға ярҙамында ҡул менән иретеп йәбештереү" номинацияһында сығыш яһаны.
«Был абруйлы конкурста команда иҫәбендә лә Рәсәй йыйылмаһы иң көслөһө булды - беҙҙең егеттәр Монголиянан, ҡытайҙан, Белорусьтан, Болгариянан, Һиндостандан, Көньяҡ Африка республикаһынан конкуренттарын уҙып китте», - тине Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы конкурс еңеүселәрен ҡотланы һәм йәштәрҙе һөнәр һайлағанда бындай геройҙарҙан өлгө алырға саҡырҙы. Йәмғиәттә һәм производствола алтын ҡуллы оҫталарҙың роле элеккесә бик ҙур, тип белдерҙе ул.
Фото: Официальная страница Радия Хабирова В контакте