Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2023, 12:38

Хәйбуллаларға кем етә!

Эшҡыуарҙарҙы ҡотлайбыҙ һәм бизнеста артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Хәйбуллаларға кем етә!Хәйбуллаларға кем етә!
Хәйбуллаларға кем етә!

«Балта» һөнәрселек коворкингы етәксеһе Рәмил Билалов «Халыҡ-художество кәсептәре өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары» номинацияһында еңеү яуланы.

«Автозвук» автосервис һәм автозапчастар магазины директоры Луиза Абыҙгилдина «Йылдың иң яҡшы социаль эшҡыуары» номинацияһында конкурс лауреаты булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Луиза Марат ҡыҙы былтыр "Йылдың иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ проекты" номинацияһында еңеү яулағайны.

Конкурс жюрийы ҡатнашыусыларҙы тауарҙар һатыуҙан алынған төшөм, предприятие хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы, ил һәм республика бюджетына түләнгән һалым, йыйымдар, страховка иғәнәләре суммаһы, килем кимәле, булдырылған яңы эш урындары һаны, шәфҡәтлелек, эш репутацияһы кеүек төп күрһәткестәр буйынса баһаланы.

Эшҡыуарҙарҙы ҡотлайбыҙ һәм бизнеста артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас