Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2023, 09:30

"Әсәйҙәргә рәхмәт әйтәйек!"

Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше.

"Әсәйҙәргә рәхмәт әйтәйек!""Әсәйҙәргә рәхмәт әйтәйек!"
"Әсәйҙәргә рәхмәт әйтәйек!"

Рәхмәт яуһын беҙҙең әсәйҙәргә,

Уларғалыр бөтә ауырлыҡ.

Әсәйҙәргә яҡты йондоҙҙарҙан,

Йә ҡояштан һәйкәл һалырлыҡ.

Хәйбулла районы Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда, донъялағы иң матур, иң гүзәл байрамдарҙың береһе Әсәйҙәр көнөнә арналған "Әсәйҙәргә рәхмәт әйтәйек" исемле матур байрам сараһы үтте.

Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тирбәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, тыуған телде өйрәткән, халыҡ моңон күңелеңә һеңдергән, әсәй һиңә мең, мең рәхмәт- тигән матур һүҙҙәр менән башланып киткән байрам сараһы, уҡыусыларҙың күңелле бейеүҙәре, залда ултырған әсәйҙәр менән төрлө уйындар, йырҙар, ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы. 

 

https://vk.com/wall-78858943_9704

Автор:
Читайте нас