

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров республикала йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы Әсә көнө менән ҡотланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, байрам йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә.
"Әсәй" һүҙе илебеҙҙең һәр төбәгендә төрлө телдәрҙә яңғырай. Әсәйем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янымда юҡ инде. Әммә ул һәр ваҡыт йөрәгемдә, ә мин уға бала сағымды бәхетле иткәне, дөрөҫ һәм ғәҙел өйрәткәне, миңә изгелек һәм мөхәббәт бүләк иткәне өсөн рәхмәтлемен. Мин уның әле лә минең менән ғорурланыуын, уңыштарға шатланыуын, күңелем ауыр саҡта тынысландырыуын теләйем. Йылдар үткән һайын Әсәйҙең мөхәббәте баһалап бөткөһөҙ икәнлеген аңлайһың. Хөрмәтле әсәләр! Йортоғоҙҙа йылылыҡ, балаларығыҙ яғынан хәстәрлек, һәм, әлбиттә, һаулыҡ, именлек теләйем!», - тип яҙған ул.