Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2023, 12:05

Хәбиров 11 балалы ғаилә хаҡында һөйләне

Яңыраҡ Гөлназ Фаил ҡыҙына «Герой-әсә» исеме бирелде.

Хәбиров 11 балалы  ғаилә хаҡында һөйләнеХәбиров 11 балалы  ғаилә хаҡында һөйләне
Хәбиров 11 балалы ғаилә хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әсә көнөндә Дәүләкәндән 11 бала тәрбиәләүсе Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтар ғаиләһе тураһында һөйләне. Яңыраҡ Гөлназ Фаил ҡыҙына «Герой-әсә» исеме бирелде.

Улар биш ул һәм алты ҡыҙ тәрбиәләй. Бөтәһе лә яҡшы уҡый, спорт менән шөғөлләнә. Күп балалы әсә йәмәғәт эшенә ваҡыт таба. Ул «Нурсолтан» Ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау үҙәге менән етәкселек итә, район ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, Республика ата-әсәләр советында, Дәүләкән районы Йәмәғәт советында һәм «Ата-әсәләр палатаһы» союзы советында тора. Тағы ла Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламентының эксперт составына инә.

«Ғаиләләрендә балалар йылмайыуы яңғыраған, үҙ өлгөһөндә Башҡортостанда бәхетле йәшәргә, уңышлы эшләргә һәм балалар тәрбиәләргә мөмкин икәнлеген раҫлаған бөтә ата-әсәләргә рәхмәт белдерәм», - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: пресс-служба главы Башкирии

Автор:
Читайте нас