Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
26 Ноября 2023, 06:49

Ире өсөн фронт һыҙығына барған

Махсус хәрби операция яугиренең ҡатыны алғы сафта тыуған көнөн һөйгәне менән билдәләгән.

Ире өсөн фронт һыҙығына барғанИре өсөн фронт һыҙығына барған
Ире өсөн фронт һыҙығына барған

Ағиҙелдә йәшәүсе Елена үҙенең тыуған көнөн махсус операцияла ҡатнашыусы тормош иптәше менән бергә билдәләргә булған һәм ҡурҡмайынса һөйгәненә алғы сафҡа юл тотҡан.

Хәүефле сәфәр аҙнанан ашыу ваҡытты алды, ә яҡын кешеһе менән осрашыу 5 көн генә дауам итте, әммә яугирҙың ҡатыны хәүеф аҫтында шундай көс һалып барып күреүенә үкенмәй. 

"Ысын мөхәббәт өсөн фронт һыҙығы кәртә түгел. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла ирҙәрен һәм улдарын матур сәләмәтлектә һәм, әлбиттә, еңеү менән көтөүҙәрен теләйбеҙ! Һеҙҙең мөхәббәтегеҙ һәм ярҙамығыҙ яугирҙарыбыҙға тиҙ арала өйөнә ҡайтыуға көс һәм ышаныс бирә!», - тип аңлатма бирҙеләр Ағиҙел хакимиәтендә.

Автор:
Читайте нас