Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2023, 13:46

Башҡортостан пенсионерҙары Ҡырымда ял итәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡырым етәксеһе Сергей Аксенов менән осрашты.

Башҡортостан пенсионерҙары Ҡырымда ял итәсәкБашҡортостан пенсионерҙары Ҡырымда ял итәсәк
Башҡортостан пенсионерҙары Ҡырымда ял итәсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров Ҡырым етәксеһе Сергей Аксенов менән осрашты. "Башҡортостан оҙон ғүмерлеге. Туризм" проектына ярашлы Ҡырымға сәфәрҙәр ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды. Радий Хәбиров киләһе йылда ошо эште башларға тәҡдим итте. Сергей Аксенов башланғысҡа хуплау белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ Евпаторияла балалар шифаханаһын төҙөү мөмкинлеге ҡаралды. Был объект Башҡортостанға 2017 йылда тапшырылды. Тәүҙә бында капиталь ремонт уҙғарыу планлаштырылды. Әммә тикшереүҙән һуң ҡайһы бер корпустарҙың авария хәлендә булыуы асыҡланды. Яңы проект әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Быйыл инженер селтәрҙәре әҙерләнде, төҙөлөштө киләһе йылда башлау көтөлә.

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас