Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2023, 15:45

Әхмәт Лотфуллиндың картиналарына йән өргәндәр

Һуғыштан һуңғы ауырлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргән рәссам ысынбарлыҡты һүрәтләгән.

Әхмәт Лотфуллиндың картиналарына йән өргәндәрӘхмәт Лотфуллиндың картиналарына йән өргәндәр
Әхмәт Лотфуллиндың картиналарына йән өргәндәр

Ғафури район мәҙәниәт йортонда үткән күргәҙмәлә Әхмәт Лотфуллиндың картиналарын тергеҙгәндәр. Һуғыштан һуңғы ауырлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргән рәссам ысынбарлыҡты һүрәтләгән: тормош михнәттәренә бирешмәгән, бер-береһенә терәк, кәрәк булып йәшәгән "Өс ҡатын", атаһын, улын, ирен күҙ талдырып көткән "Көтөү" картинаһы образдары, донъяны баҫырлыҡ һағыш менән тулған "Хушлашыу" картинаһындағы йәш ғаилә...

- Башта ошо эшкә уйын кеүек кенә тотоноп киткән хеҙмәттәштәремә шул ваҡыттың еле ҡағылған кеүек булды: бер аҙға етдиләнеп, моңайып киттеләр. Шулай булмай ни: һуғыш михнәттәрен күргән быуындың балалары бит беҙ, - ти Красноусол башҡорт гимназияһы директоры Гөлсөм Монасипова.

https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:
Читайте нас