Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2023, 05:38

Путин иң аҙ эш хаҡының күләмен арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Әле хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме...

Путин иң аҙ эш хаҡының күләмен  арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙыПутин иң аҙ эш хаҡының күләмен  арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы
Путин иң аҙ эш хаҡының күләмен арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 19 242 һум тәшкил итәсәк. Тейешле законға президент Владимир Путин ҡул ҡуйҙы, документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.

«2024 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләмен айына 19 242 һум күләмендә билдәләргә», - тиелә закон тексында.

Әле хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 16 242 һум тәшкил итә, ул яҡынса 18,5% артасаҡ.

Путин минималь эш хаҡы күләмен быйыл февралдә Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә 10 процентҡа өҫтәмә индексациялау тәҡдиме менән сығыш яһаны. Проектты Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән, 29 сентябрҙә уны Дәүләт Думаһына ҡарауға индерҙеләр. Ноябрҙә Дума закон ҡабул итте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас