Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2023, 07:44

Башҡортостанға һыуыҡтар килә

Башҡортостанға аномаль йылы көндәрҙән һуң...

Башҡортостанға һыуыҡтар киләБашҡортостанға һыуыҡтар килә
Башҡортостанға һыуыҡтар килә

Башҡортостанға аномаль йылы көндәрҙән һуң көндәрҙең һалҡынайтыуы килә. Республика гидрометүҙәге синоптиктары ноябрь аҙағына һауа торошо менән таныштырҙы.

Шаршамбы, 29 ноябрҙә, Башҡортостанда  томан, ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә. - Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 0,-5 градус.

Ноябрҙең һуңғы көнөндә һалҡынайтасаҡ. - Урыны менән бер аҙ ҡар. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -6°... -11°, көндөҙ -2°...-7° буласаҡ,  тип фараз бирә синоптиктар.

Автор:
Читайте нас