+21 °С
Болотло


Башҡортостан моделе Эльмира Шәйехова Рәсәй исеменән "Miss Asia Awards-2023" конкурсында ҡатнаша. Сара 27 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Сеулда үтә.
"Был матурлыҡ конкурсы түгел. Был билдәле бер континент моделдәре араһында конкурс-премия. Беҙҙең осраҡта Азияныҡы", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Эльмира эшләгән "Luna Models" модель агентлығында. - Әлеге проекттың төп маҡсаты - һәр ҡатнашыусы илдә Корея косметика брендтарын популярлаштырыу.
Программала - косметика етештереү урындарына барыу, шулай уҡ эшлекле саралар.
Эльмира Шәйехова "Мисс Республика-2018" исеменә лайыҡ булған.