

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәмәғәтселәр һәм журналистар менән тура бәйләнештә ни өсөн һуғышҡа баҫым яһарға яратмауын аңлатты. "Республикала хәрби тематиканы агрессив вәғәзләмәүҙән сығып эш итергә тейешбеҙ. Беҙ шулай тип иҫәпләйбеҙ, МХО бара, егеттәребеҙ һуғыша, беҙҙең уларға ярҙам итеү бурысыбыҙ тора. Әммә ул беҙҙән республиканы үҫтереү бурысын алмай, әгәр нимәлер килеп сыҡмай икән, беҙ МХО һәм санкциялар тип аҡланмайбыҙ. Беҙ үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ ғына. Беҙ иҡтисадты үҫтереү, кешеләр театрҙарға, ресторандарға йөрөү яҡлы, бында бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ. Кешеләр бала тәрбиәләп үҫтерһен, ҡыуанһын, спорт менән шөғөлләнһен. Беҙ тылда йәшәйбеҙ. Беҙҙә барыһы ла кешесә булырға тейеш», - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы белдереүенсә, төбәктә, тәү сиратта, «балаларыбыҙ артыҡ борсолоуһыҙ йөрөһөн өсөн» республиканың именлеге хаҡында уйлайҙар.